Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
1 Сентябрь 2025, 10:40

Радий Хәбиров Башҡортостан уҡыусыларын яңы уҡыу йылы башланыуы менән ҡотланы

Бөгөн ярты миллион уҡыусы өсөн яңы уҡыу йылы башланды. Уларҙың 45 меңгә яҡыны тәүге тапҡыр парта артына ултырҙы.

Радий Хәбиров Башҡортостан уҡыусыларын яңы уҡыу йылы башланыуы менән ҡотланыРадий Хәбиров Башҡортостан уҡыусыларын яңы уҡыу йылы башланыуы менән ҡотланы
Радий Хәбиров Башҡортостан уҡыусыларын яңы уҡыу йылы башланыуы менән ҡотланы

Бөгөн, Белем көнөндә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҡыусыларҙы, студенттарҙы, уларҙың ата-әсәләрен һәм уҡытыусыларҙы яңы уҡыу йылы башланыуы менән ҡотланы.

«Ярты миллион уҡыусы өсөн яңы уҡыу йылы башланды. 45 меңгә яҡын бала тәүге тапҡыр парта артына ултырҙы. Алда – яңы танышыуҙар һәм күптәнге дуҫтар менән осрашыуҙар, көтөлмәгән асыштар, сағыу хис-тойғолар. Мәктәп осорон ғәмһеҙ тип әйтеп булмай, сөнки белем тауына үрләү бер ҡасан да еңел түгел. Әммә был һәр кешенең тормошондағы мөһим мәл, ә өлкәндәрҙең бурысы — балаларыбыҙ өсөн ошо ваҡытта бәхетле булһын өсөн барыһын да эшләү.

Башҡортостандың идара итеү командаһы бының өсөн күп эштәр башҡара. Беҙҙең маҡсат — балаларға мәктәптәрҙә, колледждарҙа, юғары уҡыу йорттарында яҡшы, конкурентлы белем биреү. Бөгөнгө ауырлыҡтар уларҙың үҫешенә бер нисек тә ҡамасауламаһын өсөн. Улар бөгөнгө байрамдағы кеүек үк ихлас йылмайһын өсөн.

Бөтә уҡыусыларҙы, студенттарҙы, уларҙың ата-әсәләрен, уҡытыусыларҙы 1 сентябрь менән! Барыһына ла уңыштар!» — тип яҙа ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

https://www.bashinform.ru/news/obrazovanie/2025-09-01/radiy-habirov-pozhelal-uchaschimsya-bashkirii-schastlivoy-shkolnoy-pory-4368661 


Фото:Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәре.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас