

– Районда тауыш биреү көнө – 14 сентябрь тураһында сағыу плакаттар барлыҡҡа килде, шулай уҡ участка һайлау комиссиялары ағзалары һайлаусыларҙың өйҙәренә йөрөп, тауыш биреүгә саҡырасаҡтары тураһында иғландар бар. Шулай итеп, һайлау комиссияһы ағзаларын ҡасан көтөргә?
– Ағымдағы йылдың 3 һәм 10 сентябрь көндәрендә участка һайлау комиссиялары ағзалары һайлауҙарҙа ҡатнашыуға саҡырыу маҡсатында һәр йортҡа йөрөп сығасаҡ.
– Был һайлауҙарҙа «Мобиль һайлаусы» технологияһы ҡулланыласаҡмы?
– Юҡ, был технология ҡулланылмаясаҡ. Һайлаусы билдәле сәбәптәр арҡаһында йәшәгән урыны буйынса һайлау участкаһында тауыш бирә алмаған осраҡта 3 сентябрҙән 13 сентябргә тиклем тап үҙенең һайлау участкаһына килеп алдан тауыш бирә аласаҡ.
Кисерерлек сәбәптәр булып түбәндәгеләр тора: отпуск, командировка, эш һәм уҡыу режимы, дәүләт һәм йәмәғәт бурыстарын үтәү, һаулыҡ торошо.
Тауыш биреү участка һайлау комиссияларында эш көндәрендә – 16.00-20.00 сәғәткә тиклем ял һәм байрам көндәрендә: 10.00-14.00 сәғәткә тиклем мөмкин.
– Һайлау бюллетенендә һайлаусы билдәне бер кандидат өсөн генә ҡуямы?
– Рәсәй Федерацияһының ҡануниәтенә ярашлы, райондың һәр һайлаусыһына һайлау бюллетененә индерелгән ике кандидат араһынан бер кандидатты һайлау хоҡуғы бирелгән. Квадраттарҙың береһенән күберәк һәм бөтөнләй билдә ҡуйылмаған һайлау бюллетене ғәмәлдән сыҡҡан тип һанала. Ауыл биләмәһе советына депутатлыҡҡа кандидат һайлауҙа, бюллетенгә бер билдә генә ҡуйыла.
– Күп кенә һайлаусылар йәше һәм башҡа сәбәптәр арҡаһында өйҙән тауыш биреү хоҡуғынан файҙалана, бындай мөмкинлек буласаҡмы?
– Әлбиттә, участка комиссиялары бинанан ситтә, өйҙән тауыш биреүҙе ойошторасаҡ, тик 14 сентябрҙә генә. Әгәр һайлаусы үҙ һайлау участкаһына тауыш биреү көнөндә сәләмәтлеге, инвалидлығы, мохтаж кешеләрҙе ҡарау кәрәклеге йәки башҡа сәбәптәр буйынса килә алмаһа, 4 сентябрҙән 14 сентябрҙең 14:00 сәғәтенә тиклем УИК-ка яҙма йәки тел менән мөрәжәғәт итергә, үтенесте үҙе йәки туғандары, таныштары аша тапшырырға мөмкин.
– Һорауҙарға яуап биргәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Галина Васильевна!
– «Зилаирские огни» һәм «Ауыл уттары» гәзиттәре коллективына һайлау комиссияһын яҡтыртыуҙа яҡшы хеҙмәттәшлек өсөн оло рәхмәтемде белдерәм!