Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
15 Сентябрь 2025, 04:21

Батыр улдар үҫтергән әсәй

Балаңды һуғышҡа оҙатыу... Ошонан да ауырыраҡ һынау бармы икән әсә кеше өсөн?! Мәҡәләбеҙ махсус хәрби операцияла һәләк булған Мәҡсүт ауылы батыры Ил Бикбулатовтың әсәһе – герой әсәһе Разия Иҙрис ҡыҙы Биксәйева хаҡында булыр.

Батыр улдар үҫтергән әсәйБатыр улдар үҫтергән әсәй
Батыр улдар үҫтергән әсәй

Разия Иҙрис ҡыҙы Юлдыбай ауылында Иҙрис менән Сәмсинур Биксәйевтәрҙең ун өс балалы ишле, татыу ғаиләһендә тыуып үҫә.  Урта мәктәпте тамамлағас йәш ҡыҙ баш ҡалабыҙ Өфөгә юллана. Унда һөнәрселек училищеһында ашнаҡсыға уҡып сыҡҡандан һуң ҡабат тыуған яҡтарына ҡайтып алған профессияһы буйынса эш башлай. Юлдыбай ауылында ете йыл ашнаҡсы булып эшләй ул. Унан Разия апай Мәҡсүт ауылында йәшәгән әсәһе янына ҡайтырға ҡарар итә.  Ауыл фермаһына һауынсы булып төшә, шунда уҡ ҡарауылсы булып эшләгән Әбделәхәт  Һибәтулла улы Бикбулатов менән дуҫлашып, ғаилә ҡоралар. Бер аҙҙан йәштәрҙең донъяларын йәмләп, улдары Ил донъяға килә.

  • Илем бала саҡтан аҙ һүҙле, баҫалҡы, эшһөйәр булып үҫте. Уның хатта өйҙә барлығы ла беленмәне. Ҡулы оҫта булғанға яҡын тирә ауылдарға ярҙам итергә йыш саҡырҙылар. Кемгә өй күтәреште, кемгә бура бурашты, кемгә ҡыйыҡ ябышты. Берәүгә бер ҡасан юҡ тип әйтмәне, – ти күҙ йәштәре аша Разия апай.

Башланғыс белемде Ил тыуған ауылында ала, артабан Баймаҡ мәктәп-интернатында уҡый. Ҡулына өлгөргәнлек аттестатын Ҡашҡар урта мәктәбендә ала. Спорт менән дуҫ була, айырыуса саңғыла йөрөргә ярата. Ярыштарҙа ҡатнашып призлы урындар яулай. Мәктәптән һуң   Юлдыбай һөнәрселек училищеһында электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе профессияһына уҡый, унан әрме сафына юллана. Әрме хеҙмәтен Түбәнге Новгород ҡалаһында үтә. Тыуған ил алдындағы бурысын атҡарып ҡайтҡандан һуң  Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләй. 2022 йылдың 27 сентябрендә Рәсәй Президентының өлөшләтә мобилизация тураһындағы Указына ярашлы  Ил махсус хәрби операция зонаһына юллана.

 

  • Яуға ингән ваҡыттарын да белмәнек. Бер ни әйтмәне, бары тик беҙҙе элемтә булмаған ергә күсерәләр, шылтыратмаһам хафаланмағыҙ тип әйтер ине. Барыһы ла яҡшы, борсолмағыҙ тип йыуатып торҙо, – тип һөйләй әсә.

Шулай ҙа, Ил, күңеле һиҙепме, бер көнө һеңлеһе менән бәйләнешкә ингән ваҡытта беҙ яуға инәбеҙ тип иҫкәртә. Ә  бер нисә көндән  һеңлеһенең төшөнә аяҡтарым өшөй, йылы ойоҡ бир әле, тип керә. Һәм ошонан һуң күп тә үтмәй  шылтыратып йән өшөткөс хәбәрҙе –  Илдең һәләк булыуын еткерәләр. Ул ваҡытта  ауыр яңылыҡты ишеткән әсә йөрәге ниҙәр уйлап, ниҙәр  кисергәнен бары бер үҙе генә белә...

  • Баламдың юҡлығына ышана алмайым. Ҡайҙалыр киткән дә бына-бына ҡайтып инер төҫлө. Үҙе һатып алған йортонда йәшәй ҙә алманы, исмаһам, – тип йәнә күҙ йәштәренә ирек бирә әңгәмәсем.

Разия апайҙың бөгөнгө көндә терәк-таянасы булған тағы бер улы һәм ҡыҙы бар. Ауыр ваҡытта яңғыҙ ҡалдырмай, ярҙамынан өҙмәй улар ғәзиз әсәләрен. Ҡыҙы район үҙәге Йылайырҙа төпләнһә, төпсөк улы сит өлкәлә йәшәй.  Әйткәндәй, апайҙың бәләкәй улы ла хәрби. Тыуған ил алдындағы бурысын үтәргә киткән егет хәрби хеҙмәтен дауам итергә ҡарар итеп контракт төҙөй.  Ул да бөгөн махсус хәрби операция зонаһында илебеҙҙе нацизмдан ҡотолоуҙа ярҙам итә. Отделение командиры. Бынан тыш 2019 йылда Сириялағы хәрби операция ҡатнашыусыһы. Ғаиләле, бер ҡыҙға атай.

Ҡасандыр 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы яугире булған данлы ҡартаталарының лайыҡлы вариҫтары  ағалы-ҡустылы Бикбулатовтар Хәрби батырлыҡтары өсөн Жуков, беренсе һәм икенсе дәрәжә Ҡаһарманлыҡ, «Батырлыҡ өсөн» миҙалдары менән билдәләнгәндәр.

Раббыһынан ҡалған балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең  именлеген теләп, һаулыҡ һорап, хәйер-доғалар менән башлай көнөн Разия апай. Эсендә ут янһа ла, үҙ-үҙенә бикләнмәй, уйҙары менән уртаҡлашып, башҡалар менән аралашып йәшәй һалдат әсәһе. Әле ул Мәҡсүттән район үҙәгенә, Иле тере саҡта һатып алған йортҡа күсенгән. Бар уңайлыҡтары булған йылы өйөндә гөл-сәскәләр үҫтереп, баҡса ултыртып, ҡош -ҡорт аҫрап һәүетемсә көн итә.  Йылайыр ауылында эшләп килгән «Ғаилә» үҙәге хеҙмәткәрҙәре тарафынан яугир әсәләре өсөн үткәрелгән сараларҙы ҡалдырмаҫҡа тырыша, теләп йөрөй. «Преображенск» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенән беркетелгән хеҙмәткәр ҙә  яугир әсәнең күңел көҙөн яҡтыраҡ, йылыраҡ, тормошон еңелерәк итергә ты­ры­ша.

Батыр улдар үҫтергән Разия Иҙрис ҡыҙына сәләмәтлек, оҙон һәм бәрәкәтле ғүмер, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр ҡыуанысы насип булһын, башҡа бала ҡайғылары күрһәтмәһен тип теләйбеҙ.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас