

Эш бик ырамлы барҙы. Хатта иртәнән бирле һибәләп торған ямғыр ҙа был изге ғәмәлгә ҡамасауламайым әле тигәндәй, төшкә табан туҡтаны һәм ҡояш сыҡты. Көндөң асылыуы өмәселәрҙең кәйефен тағы ла күтәреп ебәрҙе.
Өмә һуңында район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов акцияла ҡатнашыусыларҙың барыһына лә рәхмәт белдерҙе һәм был йүнәлештә артабан да дауам итәсәк эштәрҙә уңыштар теләне.
«Йәшел Башҡортостан» – экологик сара ғына түгел, ә тыуған еренең, тәбиғәтенең яҙмышына битараф булмағандарҙы берләштереүсе байрам да ул. Күмәк көс менән ултыртылған ағас үҫентеләре тиҙерәк ерегеп, бар тирә-яҡҡа йәм биреп ултырыр тип өмөт итәбеҙ. Ихлас күңелдән ултыртылған ағастарыбыҙ шаулап үҫһен, уларға ҡарап быуын-быуын йылайырҙар һөйөнһөн!
Евгений Гордов фотолары.