

Өфөлә 22 энтеровирус инфекцияһын йоҡтороу осрағы теркәлгән. Сирлеләрҙең барыһы ла – балалар.
Энтеровирус инфекцияһы – энтеровирустар тыуҙырған йоғошло сир, уларҙың 100-ҙән ашыу төрө бар, әммә Коксаки вирусы нығыраҡ таралған. Был вирус менән йышыраҡ балалар ауырый. Ул һыу, яҡшылап йыуылмаған йәшелсә, емеш-еләк, бысраҡ ҡулдар, уйынсыҡтар аша йоға. Инфекция сығанағы – ауырыу кеше. Инкубация осоро – яҡынса 110 көн.
Коксаки билдәләре төрлө:
тән температураһы 39˚- 40˚ тиклем күтәрелә,
ныҡ итеп баш ауырта,
ҡоҫтора,
сабыртҡылар сыға,
йүткертә,
тамаҡ ауырта,
мускулдар ауырта,
дөйөм хәлһеҙлек.
Энтеровирус инфекцияһына ҡаршы вакцина юҡ.
Сир билдәләре беленеү менән табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.
https://www.bashinform.ru/news/medicine/2025-10-02/v-ufe-22-rebenka-zaboleli-virusom-koksaki-4411001