Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
2 Октябрь 2025, 06:09

МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн

Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусылар республиканың дәүләт милкен, шул иҫәптән ер участкаларын, файҙаланған өсөн ҡуртым түләүҙәре буйынса кисектереү алырға хаҡлы.

МХО-ла ҡатнашыусылар өсөнМХО-ла ҡатнашыусылар өсөн
МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн

Улар шулай уҡ ҡуртым килелешеүҙәрен штраф санкцияларынан тыш өҙә ала. Быны нисек эшләргә — Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы белгестәре аңлата.

➡ Тәүҙә ҡуртымға биреүсегеҙҙе асыҡларға кәрәк (дәүләт мөлкәтен файҙаланған осраҡта тейешле дәүләт органы сығыш яһай).

➡ Артабан уға МХО-ла ҡатнашыу сәбәпле ҡуртым түләүен кисектереү кәрәклеге тураһында яҙма белдереү ебәрергә.

Ғаризала – ҡуртым килешеүенең һанын һәм датаһын билдәләргә, уға МХО-ла ҡатнашыусы дәрәжәһен раҫлаусы документтар күсермәләрен беркетергә. Мобилизацияланғандар өсөн – мобилизация, контрактсылар һәм ирекмәндәр өсөн – хәрби хеҙмәткә контракт төҙөү тураһында документтарҙы күрһәтергә кәрәк.

Был ташлама хәрби хеҙмәт үткән йәки РФ Ҡораллы көстәренә йөкмәтелгән бурыстарҙы үтәүҙә ирекле ярҙам күрһәткән осорға бирелә.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас