Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
9 Октябрь 2025, 06:03

Үҙебеҙҙе һынаныҡ – тәжрибә алдыҡ!

Максим Серафимов исемендәге «Патриот» паркында Башҡортостан Республикаһының «Иң яҡшы ирекле янғын командаһы» исеменә йыл һайын ойошторолоп килгән күрһәтмә-конкурс үтте. Был сарала республикабыҙҙың муниципаль райондарынан бөтәһе 59 команда ҡатнашты.

Үҙебеҙҙе һынаныҡ – тәжрибә алдыҡ!Үҙебеҙҙе һынаныҡ – тәжрибә алдыҡ!
Үҙебеҙҙе һынаныҡ – тәжрибә алдыҡ!

Беҙҙең районды муниципаль этапта еңеп сыҡҡан командаларҙан торған йыйылма команда күрһәтте. Уның составына Яманһаҙ һәм Ҡәнзәфәр ауыл биләмәләренең ирекле янғын командалары вәкилдәре ингән. Команда менән Яманһаҙ ауыл биләмәһе башлығы Рәис Һибәтулла улы Рәйемов, шулай уҡ райондың иң йәш ирекле янғынсыһы Нургиз Булат улы Тләүмбәтов етәкселек итте.


Был сарала беҙҙең район командаһы юғары әҙерлек кимәлен күрһәтте һәм бөтә ҡатнашыусылар араһында лайыҡлы етенсе урынды яулап, иң яҡшы ун команда иҫәбенә инде. Команданы әҙерләүҙә Башҡортостан республикаһының Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Дәүләт янғын хеҙмәте 15-се янғын һүндереү отрядының 78-се янғын һүндереү часы әүҙем ҡатнашты, ә техник ярҙамды Дмитриевка ауыл биләмәһе күрһәтте.


Ирекле янғын һағы халыҡты һәм муниципаль район биләмәһе территорияһында янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә мөһим роль уйнай. Был кешеләр ауыр минутта ярҙамға килергә һәр ваҡыт әҙер.

 

 

 

 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас