Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
15 Октябрь 2025, 10:15

Әсәлек хеҙмәтен баһалап

Республикала биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән әсәләргә «Әсәлек даны» миҙалы тапшырыу матур йолаға әйләнде.  Йылайыр районында ла бындай наградаға эйә булыусы гүзәл заттар бихисап.

Әсәлек хеҙмәтен баһалапӘсәлек хеҙмәтен баһалап
Әсәлек хеҙмәтен баһалап

Ошо исемлекте тулыландырып, Республика көнөнә бағышланған тантаналы сарала Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указы менән балаларҙы тәрбиәләүгә намыҫлы һәм яуаплы ҡарағаны, уларҙың һаулығы, белеме, физик, рухи һәм әхлаҡи үҫеше тураһында тейешле хәстәрлек күргәне, ғаилә институтын нығытыуға һәм балаларҙы тәрбиәләүгә тос өлөш индергәне өсөн Ҡашҡар ауылынан биш бала тәрбиәләүсе әсә Мәҙинә Юлай ҡыҙы Ҡашҡарова  “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде. Күп  бала тәрбиәләүсе әсәгә награданы район хакимиәте башлығы Борис Николаевич Мелкоедов тапшырҙы.

Бәхетле әсәне "Әсәлек даны” миҙалына эйә булыуы менән ҡотлайбыҙ! Ҡыҙ-улдарының илебеҙҙең лайыҡлы граждандары булып үҫеүҙәрен теләйбеҙ!

Фото район хакимиәтенең "Бәйләнештә" төркөмөнән алынды

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас