Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
17 Октябрь 2025, 09:57

Һултантимерҙәр дуҫтарын йыйҙы

Һыйлы көнөң һыйырҙа, тип боронғолар бушҡа ғына әйтмәгәндер. Ниндәй генә ризыҡ эшләнмәй һәүкәшкәйебеҙҙең ағынан. Һанап бөткөһөҙ ниғмәттәр алабыҙ шул һыйыр малынан…Ауылда йәшәгәс, мал тотмайынса, баҡса үҫтермәйенсә булмай икәне көн кеүек асыҡ. Өҫтәлең һыйлы булһын, балаларың сифатлы аҙыҡ менән туҡланһын, тиһәң, һөтө лә, ҡорото ла, эремсеге лә, ҡаймағы ла кәрәк, килешәһегеҙме? Ошо байлыҡты, булдырған, һәр «аҡты» эш итеп яҡындарын тәмлекәстәр менән һыйлаған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ бар, аллаға шөкөр. Үткән аҙнала Һултантимер ауылының «Йәнгүзәл» ағинәйҙәр ойошмаһы «Һыйлы көнөң һыйырҙа» тип исемләнгән бик фәһемле байрам үткәрҙе.

Һултантимерҙәр дуҫтарын йыйҙыҺултантимерҙәр дуҫтарын йыйҙы
Һултантимерҙәр дуҫтарын йыйҙы

Юлдыбай, Йомағужа, Сидоровка, Яманһаҙ, Байғужа һәм Үрге Ғәле ауылдарынан килгән ағинәйҙәр бер ғаилә булып, күңелле осрашып алды.
Килгән ҡунаҡтарға алдан уҡ өйгә эштәр бирелгән, һәр команда аҡ ризыҡтың берәй төрөнән күргәҙмә әҙерләп, уның тураһында бәйән итергә тейеш ине. Сараның был өлөшөнә һәр ваҡыт алдынғы булған районыбыҙ ағинәйҙәре бик етди әҙерләнгән. Улар үҙ ҡулдары менән булдырған матур ҙа, файҙалы ла күргәҙмәләре менән «Һыйлы көнөң һыйырҙа» байрамын биҙәне.
Ә Һултантимер апайҙары саҡырылған һәр ҡунаҡты ихлас күңелдән, йыр-бейеүҙәр, күңелле таҡмаҡтар менән ҡаршы алды. Унда ҡатнашыусыларға осрашыуҙың бик ойошҡанлы һәм уйланылған шәп сценарий буйынса үтеүе бик оҡшаны. 


Фотолар интернет селтәренән алынды.

Был матур сара тураһында гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ!

Һултантимерҙәр дуҫтарын йыйҙы
Һултантимерҙәр дуҫтарын йыйҙы
Һултантимерҙәр дуҫтарын йыйҙы
Һултантимерҙәр дуҫтарын йыйҙы
Һултантимерҙәр дуҫтарын йыйҙы
Һултантимерҙәр дуҫтарын йыйҙы
Һултантимерҙәр дуҫтарын йыйҙы
Һултантимерҙәр дуҫтарын йыйҙы
Һултантимерҙәр дуҫтарын йыйҙы
Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас