+24 °С
Ямғыр


Әлфиә Әнүәр ҡыҙының ҡулы аҫтында барлығы дүрт хеҙмәткәр - ике ашнаҡсы һәм ашнаҡсы ярҙамсылары үҙ-ара дуҫ һәм бер команда булып эшләй. Иркен, яҡты ашханала көн дә йылы аш, тәмле, файҙалы бутҡа, салат-турама әҙерләп, кескәйҙәрҙе һыйлайҙар. Үҙ эшенә бөтә күңелдәрен биреп, яратып башҡарғанға күрә , бешергән ризыҡтары татлы, аҙыҡ-түлек блогы таҙа һәм бөхтә.
– Үҙ һөнәреңде яратмаһаң, бер урында оҙаҡ йылдар эшләү мөмкин түгелдер. Эшеңә бар күңелеңде һалып башҡарғанда ғына эшең ырамлы, ә бешергән ашың тәмле буласаҡ. Балаларҙың бешергән аш- һыуыңды яратып ашауҙары, һуңынан «Рәхмәт», «Тәмле булды!» тигән һүҙҙәре беҙҙең эшебеҙгә иң ҙур баһа, – ти өлкән ашнаҡсы Әлфиә Вәлиуллина.