Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
22 Октябрь 2025, 06:19

Ашнаҡсы – тәмле һөнәр

Иртәнге ашты өлгөртөү өсөн таңдан тороп тәмле ризыҡтар хәстәрләгән ашнаҡсылар һәм аш-һыу бүлмәһе хеҙмәткәрҙәре 20 октябрҙә үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләне. Гүзәл Сибәғәтуллина ла 13 йыл дауамында аҙнаның биш көнөндә иртәнге етенән эш урынында. Ул район үҙәгендәге «Ҡояшҡай»  балалар баҡсаһында ашнаҡсы булып эшләй.

Ашнаҡсы – тәмле һөнәрАшнаҡсы – тәмле һөнәр
Ашнаҡсы – тәмле һөнәр

– Балалар баҡсаһында көнөнә өс тапҡыр ашатыу ҡаралған. Туҡланыу сифатлы, файҙалы булырға тейеш.Үҙ эшеңде яратып эшләгәндә генә аҙыҡ өйҙәге кеүек тәмле килеп сыға, ҡамыр аштары уңып бешә. Шуға күрә һәр ризыҡ тәмле булһын, кескәйҙәр яратып ашаһын тип тырышабыҙ, – ти тәжрибәле ашнаҡсы.

Гүзәл Рәшит ҡыҙы Сибәғәтуллина – Мәсетбар ауылы ҡыҙы. Йылайыр ауылында һөнәри белем алғандан һуң  хеҙмәт юлын “Һүрәм” совхозында ашнаҡсы булып башлай. Артабан  эшен Дмитриевка тулы булмаған урта  мәктәбендә дауам итә. 2012 йылда Сибәғәтуллиндар ғаиләһе район үҙәгенә күсә. Шул йылда Гүзәл Рәшит ҡыҙы  “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһына эшкә килә һәм бөгөнгәсә уңышлы эшләп йөрөй. Үҙ коллективынан уңыуын, бер ғаилә кеүек эшләүҙәрен ҙур ҡыуаныс менән һөйләй ашнаҡсы, уға уң ҡулы булып торған, ашнаҡсы ярҙамсыһы  – Гөлдәр Алсынова бик ҙур ярҙам итә. Баҡса мөдире Люциә Ғәйзулла ҡыҙы ла Гүзәл Рәшит ҡыҙының тырыш, һәм үҙ эшенә яуаплы хеҙмәткәр булыуын билдәләй.

Эшендә хеҙмәттәштәре араһында абруй, ихтирам ҡаҙанған Гүзәл Рәшит ҡыҙы ғаиләһендә  һөйөклө ҡатын, яратҡан әсәй һәм өләсәй ҙә.   Баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерә, аллы-гөллө сәскәләре ихатаһына йәм биреп ултыра. Тормош иптәше Фәнил Хәлимулла улы менән  өс балаһына матур тәрбиә биреп, уҡытып оло тормош юлына сығарғандар. Ололары үҙ ғаиләләрен булдырһалар, бәләкәстәре Диана Сибай  күп профилле колледжы студенты.

Бар булмышын яратҡан эшенә бағышлаған Гүзәл Рәшит ҡыҙы үҙ һөнәренә тоғролоғо, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте  өсөн «Центросоюз. Рәсәй ҡулланыусылар кооперацияһына 190 йыл» миҙалы менән бүләкләнгән.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас