Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
22 Октябрь 2025, 06:17

Доға - ул кешенең ҡалҡаны

Ошо доғаларҙы ятлап алығыҙ һәм үҙегеҙгә һаҡлап ҡуйығыҙ!

Доға - ул кешенең ҡалҡаныДоға - ул кешенең ҡалҡаны
Доға - ул кешенең ҡалҡаны

Үҙеңә именлек теләгәндә уҡыла торған доға:
Аллаһүммә инни әғүҙү бикә мин зәүәли ниғмәтикә үә тәхәуүли ғәфиәтикә үә фужәти ниҡмәтикә үә жәмиғи сухтиҡ.

Ашап бөткәс уҡыла торған доға:
Әл-хәмдү лил-ләһил-ләҙи әтғәмәнә үәсәҡанә үә жәғәлнә минәл-муслимин.
Мәғәнәһе: Беҙҙе ризыҡ биреп ризыҡландырған, һыу биреп һуғарған һәм мосолмандарҙан иткән Аллаһы Тәғәләгә маҡтау-ололауҙан булһын.

Өйҙән сыҡҡанда уҡыла торған доға:
Биссмилләһи. Тәүәккәлтү ғәләл-лаһи. Үә лә хәүлә үә лә ҡуүүәтә иллә бил-ләһ.
Мәғәнәһе: Аллаһ исеме менән башлайым. Бөтә эштәремде Уның Үҙенә генә тәүәккәлләйем. Уға тапшырам. Ысын ҡеүәт, һәм көс тик Аллаһтан ғына.

Өйгә ингәндә уҡыла торған доға:
Бисмилләһи үәләжнә. Үә бисмил-ләһи харажнә. Үә ғәлә раббинә тәүәккәлнә.
Мәғәнәһе: Аллаһ исеме менән өйгә индек. Уның исеме менән генә өйҙән сыҡтыҡ. Бөтәһен дә Раббыбыҙға ғына тәүәкәлләйбеҙ.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас