Ауыл уттары
+24 °С
Дождь
Йәмғиәт
22 Октября 2025, 04:51

«Иғтибар, үҙйөрөшлө машина»

Тикшереүҙәр 30 октябргә тиклем дауам итәсәк!!!

«Иғтибар, үҙйөрөшлө машина»«Иғтибар, үҙйөрөшлө машина»
«Иғтибар, үҙйөрөшлө машина»

Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә үҙйөрөшлө машиналар һәм башҡа төр техниканы файҙаланыу өлкәһендә граждандарҙың ғүмеренә һәм һаулығына зыян килтереү хәүефен иҫкәртеү маҡсатында, Башҡортостан Республикаһының үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт комитетының 2025 йылдың 15 октябрендәге № ГК10-162 бойороғона һәм Рәсәй Федерацияһының дәүләт контроле (надзоры) һәм муниципаль контроле тураһында 2021 йылдың 31 июлендәге № 248-ФЗ Федераль законының 10-сы бүлеген тормошҡа ашырыу сиктәрендә, Йылайыр районы муниципаль районы биләмәһендә, Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы, Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығы һәм Башҡортостан Республикаһы тәбиғәтте файҙаланыу министрлығы менән берлектә, Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районы муниципаль районы ауыл биләмәләре башлыҡтары менән бергә 2025 йылдың 16 октябренән 30 октябргә тиклем районда «Иғтибар, үҙйөрөшлө машина» тигән шартлы исем аҫтында профилактик саралар үтә.
«Иғтибар, үҙйөрөшлө машина» профилактик һәм аңлатыу сараһының төп бурысы – кешеләрҙең ғүмере, һаулығы һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау хәүефенә йоғонто яһаған үҙйөрөшлө машиналарҙы һәм башҡа төр техниканы файҙаланыуҙағы хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү.


Йылайыр районы буйынса дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһының
баш дәүләт инспекторы Илгиз Солтанғужин.

«Иғтибар, үҙйөрөшлө машина»
«Иғтибар, үҙйөрөшлө машина»
Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас