Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
22 Октябрь 2025, 11:19

Инәйгә 105 йәш тулған

Юбилей уңайынан йөҙйәшәр инәйҙең йорто янында уҡыусылар һәм хакимиәт вәкилдәре митинг-концерт ойошторҙо.

Инәйгә 105 йәш тулғанИнәйгә 105 йәш тулған
Инәйгә 105 йәш тулған

Белорет районында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ольга Плохова 105-се тыуған көнөн билдәләне. Юбилей уңайынан йөҙйәшәр инәйҙең йорто янында уҡыусылар һәм хакимиәт вәкилдәре митинг-концерт ойошторҙо.

Ольга Андреевна Белорет медицина училищеһын тамамлай һәм фронтҡа китә. Һуғыш йылдарында санитар эшелонда шәфҡәт туташы булып эшләй. Уның хәрби ҡаҙаныштары бик күп дәүләт наградалары менән билдәләнә.

1941 йылда Ольга Андреевна ире менән ике аҙна ғына йәшәп өлгөрә, һуңынан уны фронтҡа алып китәләр. Иренән өс кенә хат килә, һуңынан ул хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә башлай. Ул башҡаса кейәүгә сыҡмай. Һуғыштан һуң йоғошло сирҙәр дауаханаһына шәфҡәт туташы булып урынлаша һәм ҡырҡ йылдан ашыу ғүмерен ошо эшкә бағышлай, тип яҙа йөҙйәшәр инәйҙең тормош юлы хаҡында Белорет районы башлығы Азат Хәкимов.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-10-19/zhitelnitse-bashkirii-ispolnilos-105-let-4432468 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас