

Бәйгелә барлығы дүрт конкурсант ҡатнашты һәм улар дүрт этапта: үҙең менән таныштырыу, әкиәт сәхнәләштереү, ижади бәйге һәм дефиле буйынса һынау тотто. Бынан тыш жюри ағзалары һәм тамашасылар иғтибарына бәйгеселәрҙең ҡул эштәренән һәм яратып бешергән ризыҡтарынан торған күргәҙмә тәҡдим ителде. Ҡатнашыусыларҙы матрай ауыл хакимиәте башлығы Руслан Ислам улы Йәрмөхәмәтов етәкселегендәге жюри баһаланы.
Матрай ауыл биләмәһе хакимиәт башлығы Руслан Йәрмөхәмәтов сараны асып конкурсанттарға уңыштар теләгәндән һуң, сәхнә түренә беренсе бәйгесе саҡырылды. Тәүге ярышта өләсәйҙәр үҙҙәре менән яҡынданыраҡ таныштырып үҙе, ғаиләһе, ейән-ейәнсәрҙәре тураһында һөйләп ишеттерҙе. Барыһы ла был һынауҙы уңышлы үтеп, жюри ағзаларының юғары баһаһына лайыҡ булды.
Икенсе конкурста һәр өләсәй үҙҙәренең ярҙам төркөмө менән әҙерләгән әкиәтте сәхнәләштерҙе. Гөлнара Үтәшева менән Гөлшат Үтәева «Шалҡан» әкиәтен замансаға әйләндереп сәхнәләштерһә, Гөлсәсәк Мәҡсүтова башҡорт халыҡ әкиәте «Зөһрә ҡыҙ»ҙы һөйләп ишеттерҙе. Дүртенсе һан аҫтында сығыш яһаусы Гөлдәр Баймырҙина рус халыҡ әкиәтен үҙенсәлекле итеп күрһәтте.
Ижади конкурста иһә бәйге тотоусы өләсәйҙәр йыр- моңға, бейеүгә оҫталыҡтарын күрһәтте. Был һынауҙы ҡайһы бер өләсәйҙәр ейән-ейәнсәрҙәре, ярҙам төркөмө менән берлектә атҡарып сыҡты.
Иң аҙаҡҡы конкурс-дефилены ла өләсәйҙәр юғары кимәлдә күрһәтә алдылыр, һынатманылар. Милли колоритлы, биҙәүестәр таҡҡан матур кейемдәрҙә сәхнә буйлап атлап үткән ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел ине. Әйтерһең дә, сәхнәлә күп тормош тәжрибәһенә эйә өләсәйҙәр түгел, ә йәш ҡыҙҙар!
Ярыш сәмле барҙы, һәм тамашасыларҙы конкурсанттарҙың һәр береһе үҙенсә һоҡландырҙы. Шуға күрә баһалама ағзаларына иң-иңдәрҙе билдәләү еңелдән булмағандыр. Ә шулай ҙа, бәйге булғас еңеүселәре лә була тигәндәй, бар һынауҙарҙы ла лайыҡлы үтеп «Супер өләсәй» исеменә Гөлнара Үтәшева эйә булды! Гөлсәсәк Мәҡсүтова – «Оҫта ҡуллы өләсәй», Гөлшат Үтәева – «Иң зауыҡлы өләсәй», Гөлдәр Баймырҙина «Иң матур әкиәт һөйләүсе өләсәй» номинацияларында билдәләнде. Барлыҡ ҡатнашыусылар иҫтәлекле бүләктәр һәм дипломдар менән бүләкләнде. Һәр кем саранан яҡшы кәйеф, күңел күтәренкелеге алып, ойоштороусыларға рәхмәттәрен әйтеп таралышты.