“Һөт кухняһы” Башҡортостанда 2019 йылда республика Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме буйынса булдырылды. Был программа өс йәшкә тиклемге бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙе тәбиғи ризыҡ менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.
Аҙыҡ тулыһынса тәбиғи, ҡулланыу ваҡыты ҡыҫҡа. Барыһы ла урындағы һөткә ойотҡо ҡушып етештерелә – улар бала өсөн тәү ризыҡ талаптарына тап килә.
Башҡортостан ҡала һәм ауылдарында барыһы 135 таратыу нөктәһе, шулай уҡ Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Нефтекама, Белорет, Сибай ҡалаларында һәм Үрге Ҡыйғы ауылында “Һөт кухняһының” 7 етештереү майҙансығы эшләй.
Ярҙамды Госуслуги төбәк порталында һәм Күп функциялы үҙәк бүлексәләрендә онлайн юлларға мөмкин. Онлайн ғаризалар 10-15 көн эсендә ҡарала.
2025 йылда ярҙам алыусылар исемлегенә МХО-ла ҡатнашыусылар өҫтәлде. Хәҙер ташлама:
килеме аҙ ғаиләләрҙәге йөклө һәм бала имеҙгән ҡатындарға
килеме аҙ ғаиләләрҙәге (3 йәшкә тиклемге) балаларға
опека ҡарамағындағы (3 йәшкә тиклемге) балаларға
МХО ҡатнашыусы йәки ветерандарының (3 йәшкә тиклемге) балаларына
МХО ҡатнашыусы йәки ветерандарының йөклө һәм бала имеҙгән ҡатындарына бирелә.
“Һөт кухняһы” һәм һеҙгә яҡын урынлашҡан ризыҡ таратыу нөктәһе тураһындағы тулыраҡ мәғлүмәтте һылтанма буйынса алырға мөмкин milkrb.ru
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан