Ауыл уттары
+24 °С
Дождь
Йәмғиәт
22 Октября 2025, 05:38

Йылытҡыстарҙы нисек хәүефһеҙ тотонорға:

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты күрһәтмәләре менән танышығыҙ!  

Йылытҡыстарҙы нисек хәүефһеҙ тотонорға:Йылытҡыстарҙы нисек хәүефһеҙ тотонорға:
Йылытҡыстарҙы нисек хәүефһеҙ тотонорға:

● Ҡабыҙылған приборҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ
● Яныусан материалдарҙан 0,5 м арауығында тотоғоҙ
● Приборҙы өҫтөнән япмағыҙ һәм дымдан һаҡлағыҙ
● Йылытҡыс өҫтөндә әйбер киптермәгеҙ

Техник хеҙмәтләндереү:

● Прибор һәм уның сымдарының төҙөклөгөн тикшереп тороғоҙ
● Туҙанын һыуынғас һөртөгөҙ
● Электр селтәрендәге баҫым менән электр сымдары торошон күҙәтегеҙ

Тыйыла:

● Прибор янына балаларҙың яҡын барыуы
● Ҡулдан яһалған йәки ватылған йылытҡытар файҙаланыу
● Бауҙы келәмдәр аҫтынан йәки ишек уйымдары аша һалыу

Һаҡ булығыҙ, етештереүсе күрһәтмәләрен һәм ошо ябай ҡағиҙәләрҙе үтәгеҙ!

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас