Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
27 Октябрь 2025, 11:41

“Ҙур ғаилә уйындары”ның муниципаль этабы уҙҙы

«Рәсәй бөркөттәре» программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә «Ҙур ғаилә уйындары» республика фестивале «Беренселәр хәрәкәте», Башҡортостан Респуликаһының Мәғариф һәм фән министрлығы,  «Баласаҡ навигаторҙары» төбәк ресурс үҙәге, «Башҡортостан пионерҙары» республика балалар йәмәғәт ойошмаһы һәм Өфө районы Булгаково ауылындағы лицей ярҙамында ойошторола.

“Ҙур ғаилә уйындары”ның муниципаль этабы уҙҙы“Ҙур ғаилә уйындары”ның муниципаль этабы уҙҙы
“Ҙур ғаилә уйындары”ның муниципаль этабы уҙҙы

18 октябрь көнө Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы базаһында «Ҙур ғаилә уйындары» уҙғарылды. Уны «Баласаҡ навигаторы» проектының муниципаль координаторы, мәғәриф бүлеге, район мәкәтәптәренең тәрбиә эштәре буйынса директор кәңәшселәре, педагогтар һәм «Беренселәр хәрәкәте»нең урындағы бүлексәһе ойошторҙо. Конкурста мәктәп этабында еңеү яулаған һигеҙ ғаилә үҙ-ара көс һынашты.

Ярыштың төп маҡсаты булып – шәхестең социаль әһәмиәтле сифаттарын, шулай уҡ төп ҡиммәттәрҙе –Тыуған ил, команда, ғаилә, һаулыҡ, тәбиғәт, танып белеүҙе формалаштырыу буйынса эшмәкәрлекте тәьмин итеү торҙо.

Мәғариф бүлеге начальнигы А.С.Амакасова  срала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, командаларға уңыштар теләгәндән һуң «Ҙур ғаилә уйындарына» старт бирелде. Сығыштарҙы мәғариф начальнигы А. С.Амакасова, мәғариф бүлегенең мәғлүмәт- методик үҙәге мөдире А.Ҡ.Өмөтбаева, «Баласаҡ навигаторы» проектының урындағы координаторы А.Р.Ҡаҙаҡҡолова, «Беренселәр хәрәкәте»нең урындағы бүлексәһе эшен ойоштороу буйынса белгесе Ж.А.Короткова һәм «Ғаилә» хеҙмәте үҙәге белгесе Г.Ҡ.Тусалинанан торған  жюри баһаланы.

«Бөркөт – лидер» блогында һәр ғаилә үҙҙәре менән ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс итеп таныштырғандан һуң,  «Рәсәй  бөркөттәре»  тректарына таянып эшләнгән , интеллектуаль конкурста, экологик проекттар булдырыуҙа,  оригами эшләүҙә, үҙҙәренең шәжәрәһе менән таныштырыуҙа һәм  спорт ярыштарында үҙ мөмкинлектәрен һынап ҡараны. Һәр команда үҙенсәлекле сығышы менән айы­рылып торҙо. Ярыштың һәр этабында бәйгеселәр ҙур оҫталыҡ, зирәклек, тапҡырлыҡ, етеҙлек күрһәт­те.

Муниципаль этап йомғаҡтары буйынса иң күп мәрәй йыйып Юлдыбай урта мәктәбенән  сығыш яһаусы Ҡоҙашевтар ғаиләһе финалға сыҡты. Икенсе, өсөнсө урындарҙы Н.Р.Ириков исемендәге урта мәктәп һәм   Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы исеменән сығыш яһаусы Садовниковтар һәм  Аҡҡужиндар ғаиләләре бүлеште.  Ҡыҙҙар биргәндән Юлсуриндар «Иң сағыу ғаилә», Исҡужанан Баязитовтар «Иң ижади ғаилә», Бәрҙәштән Соколовтар  «Иң дуҫ ғаилә», Иван-Ҡыуалаттан Филипповтар  «Иң актив ғаилә»,  Матрайҙан Йәрмөхәмәтовтар «Йолаларҙы һаҡлаусы ғаилә» номинацияларында билдәләнделәр.

Уйында ҡатнашыусы барлыҡ командалар ҙа грамоталар, призлы урын яулаған ғаиләләр иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнде.

 Ә инде финалға сығыусы Ҡоҙашевтар ғаиләһе ноябрь айында үтәсәк «Ҙур ғаилә уйындары» республика этабында беҙҙең район данын яҡлап сығыш яһаясаҡ. Уларға уңыштар теләп ҡалабыҙ!

“Ҙур ғаилә уйындары”ның муниципаль этабы уҙҙы
“Ҙур ғаилә уйындары”ның муниципаль этабы уҙҙы
Автор:Розалия Такалова
Читайте нас