

Шулай итеп, Матрай ауылының һәр кешеһе, һәр ойошма вәкиле, уҡытыусылар һәм уҡыусылар маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу ниәте менән төрлө йүнәлештәге йыйылыштар үткәрә башланы. Ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары ярҙамында Сәскәләр байрамы гөрләп үтте, уҡыусы балалар һәм ололар өсөн саф һауала сәләмәтлеккә файҙалы булған күнекмәләр эшләү, флешмобтар, велоуҙыштар, волейбол ярышы һәм «Ғаилә уйындары» конкурстары ойошторолдо. Шулай уҡ ауыл мәҙәниәт йортонда йәшелсә-емештәрҙән, төрлө тәмлекәстәрҙән торған йәрминкә «Һаулыҡ – ҙур байлыҡ!» темаһына тап килеп кенә торҙо.
Сәләмәтлек таҙалыҡтан килә... Был һүҙҙәр менән матрайҙар ҙа килешә, шуға күрә лә улар аҙна һайын ауыл территорияһында субботниктар үткәрә, төрлө проекттарҙа ҡатнашып ауылды төҙөкләндерә, матурлыҡ яҡлы булған ауылдаштары менән киләсәк быуынға өлгө булып тора улар.
Тағы ла шуны билдәләп үтергә кәрәк, Матрай ауылы халҡы ярҙамында мәҙәни мираҫыбыҙҙы, милли үҙенсәлектәребеҙҙе һаҡлау буйынса ла бик күп эштәр башҡарыла. «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә лә был йүнәлеште дауам итә улар. Әллә күпме мәҙәни саралар ойошторалар, шуларҙың яңыраҡ үткән «Супер өләсәй» тип исемләнгәне лә ғаилә һәм уның ҡиммәттәре темаһын яҡтыртты.
Төрлө интеллектуаль уйындар үткәрергә әүәҫ булған матрайҙар Республика көнөнә ҡарата фәһемле һорауҙар менән үрелеп барған бик ҡыҙыҡлы бәйгеләр үткәрҙе. Район һәм Республика кимәлендәге сараларҙа, күргәҙмәләрҙә һәм концерттарҙа үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан күрһәтеп килгән матрайҙар «Айыҡ ауыл» конкурсында ла һынатмаҫ тигән өмөт бар.
Белеүебеҙсә, Матрай ауылы биләмәһе махсус хәрби операцияһында булған егеттәребеҙгә даими рәүештә ярҙам итә. Был йәһәттән уларҙың дөйөм көс менән әҙерләгән гуманитар ылауҙары өҙлөкһөҙ оҙатылып тора, тип әйтһәк бер ҙә генә арттырыу булмаҫ. Улар хатта һатыу нөктәләренә «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» тигән лозунг менән «Изгелек кәрзиндәре» лә урынлаштырып сыҡҡан. Патриотик рухтары көслө булған Матрай ауылы халҡы бына ошондай алым менән яугир яҡташтарыбыҙға ҙур ярҙам күрһәтә. Шулай уҡ улар егеттәргә исемле посылкалар әҙерләй, маскировка селтәрҙәре үрә, был изге башланғыстарҙа ауылда һәм ауыл биләмәһендә йәшәгән оло быуын вәкилдәре, ойошма хеҙмәткәрҙәре һәм балаларҙың өлөшө бик ҙур тип билдәләге килә.
Матрай ауылы халҡына киләсәктә лә шундай дуҫ-татыу булып йәшәүҙәрен һәм конкурста ла алдынғылыҡты бирмәй, Республика кимәленә сығып, районыбыҙ намыҫын лайыҡлы яҡлауҙарын теләйбеҙ!