Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
31 Октябрь 2025, 05:37

Берҙәм эш – һөҙөмтәле

...Баҡтиһәң, палатаның бер мөйөшөндә бер егет сабыр ғына намаҙ уҡый. Һуңынан уның менән таныштым...”Был юлдар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Динәхмәтовтың республика баҫмаларының береһенә биргән интервьюһынан. Ғәжәйеп хәл, әлбиттә. Ә бит, ысынлап та, бары тик Аллаһҡа һыйыныу, иманға килеү иң ауыр һынауҙарҙы еңеп сығырға ярҙам бирә, рух көсөн нығыта, сөнки доға ҡөҙрәте сикһеҙ...Эйе, тән яралары ваҡыт үтеү менән уңала ул, ә бына йән яралары бик оҙаҡ һыҙлай. Был йәһәттән яу ҡырҙарынан әйләнеп ҡайтҡан һәм әле лә хәрби хеҙмәтен үтәгән яугирҙәребеҙ айырыуса иғтибарға һәм ярҙамға мохтаж. Ошо көндәрҙә район мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә үткән имамдар йыйылышында һүҙ тап ошо турала барҙы. 

Берҙәм эш – һөҙөмтәлеБерҙәм эш – һөҙөмтәле
Берҙәм эш – һөҙөмтәле

“Госпиталдә ятҡанда Татарстан егете менән таныштым. Уға 36 йәш самаһы. Илнур Тимерғәлиев. Беҙ шулай госпиталгә бер нисә сәғәткә урынлаштыҡ. Госпиталь-бүлеүсе тип атала. Ошонан беҙҙе тағы ла күсерергә тейештәр ине. Палатала 50-60 самаһы егет. Һәр береһе үҙен саҡырғандарын, ниндәй часҡа билдәләгәндәрен көтә. Кемдер телефонда ултыра, кемдәрҙер һөйләшә, ғөмүмән, ығы-зығы тауыш. Бер мәл урыҫ егете: “Замолчите все!” – тип ҡысҡырып ебәрҙе. “А что случилось?” – тип кемдер һораны. “Человек намаз читает”, – тип яуап бирҙе был егет. Бөтәһе лә шымып ҡалды, күңелгә шундай рәхәт булып китте.
Баҡтиһәң, палатаның бер мөйөшөндә бер егет сабыр ғына намаҙ уҡый. Һуңынан уның менән таныштым...”
Был юлдар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Динәхмәтовтың республика баҫмаларының береһенә биргән интервьюһынан. Ғәжәйеп хәл, әлбиттә. Ә бит, ысынлап та, бары тик Аллаһҡа һыйыныу, иманға килеү иң ауыр һынауҙарҙы еңеп сығырға ярҙам бирә, рух көсөн нығыта, сөнки доға ҡөҙрәте сикһеҙ...
Эйе, тән яралары ваҡыт үтеү менән уңала ул, ә бына йән яралары бик оҙаҡ һыҙлай. Был йәһәттән яу ҡырҙарынан әйләнеп ҡайтҡан һәм әле лә хәрби хеҙмәтен үтәгән яугирҙәребеҙ айырыуса иғтибарға һәм ярҙамға мохтаж.
Уҙған аҙнала район мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә үткән имамдар йыйылышында һүҙ тап ошо турала барҙы. “Ватанды һаҡлаусылар” социаль фондының урындағы бүлексәһе етәксеһе Регина Әбделмәнованың башланғысы менән уҙғарылған осрашыуҙа район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов, район Пенсия фонды идаралығы начальнигы Рәйлә Амантаева, мәшғүллек үҙәге директоры Азат Хәбибуллин, социаль участковый Лилиә Воробьева, “Ғаилә” социаль хеҙмәтләндереү үҙәге психологы Екатерина Юрина, Урал аръяғы райондарының имам-ахуны Хәлил хәҙрәт Таңһыҡҡужин, Йылайыр районының имам-мөхтәсибе Венер хәҙрәт Шәрипов, район имамдары һәм мөслимәләре ҡатнашты.
Йыйылышты асып, социаль координатор Регина Йәнғәле ҡыҙы "Ватанды һаҡлаусылар" фондының эшмәкәрлеге, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташ яугирҙәргә күрһәтелгән ярҙам тураһында ентекле һөйләп үтте.
– Әлбиттә, һалдаттарыбыҙға теге йәки был ҡағыҙ-справкаларҙы юллашыу эшен, гуманитар ылау оҙатыуҙы беҙ дөйөм көс менән тулыһынса тиерлек үҙ өҫтөбөҙгә алғанбыҙ. Ә бына рухи ярҙамды, кәрәк саҡта өгөт-нәсихәтте уларға бары тик һеҙ генә генә бирәһегеҙ. Шуға күрә был йыйылыштың төп маҡсаты – үҙ-ара хеҙмәттәшлек булдырыу, киләсәк Еңеү көнөн бергәләп яҡынайтыу, – тине ул үҙенең сығышында.
Артабан сығыш яһаусылар үҙҙәренең йүнәлеше буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына тейешле ярҙам саралары тураһында мәғлүмәт еткерҙе. Мәҫәлән, Пенсия фонды аша өйҙәренә яраланып ҡайтҡан яугирҙәрҙе илебеҙҙең төрлө реабилитация үҙәктәренә ебәрергә мөмкинселек бар. Унда барып ҡайтыу өсөн транспорт сығымдары ла ҡаплана, ә махсуслаштырылған медицина учреждениеларында юғары технологиялы ярҙам күрһәтелә. МХО-лағы яҡташтарыбыҙҙың ғаиләләренә, ата-әсәйҙәренә ярҙам күрһәтеү буйынса эшкә социаль участковыйҙар ҙа тос өлөш индерә. Был хеҙмәттең бурысы граждандарҙың социаль хеҙмәтләндереүгә мохтажлығын таныу, социаль хеҙмәттәргә мохтаж граждандарҙы асыҡлау, оло йәштәге һәм инвалид граждандарҙы ҡарауға алыусы ғаиләләргә урынлаштырыуҙа булышлыҡ итеү; оло йәштәгеләрҙе һәм инвалидтарҙы стационар учреждениеға билдәләү, уларҙы социаль оҙатыуға ҡайтып ҡала. Ә бына мәшғүллек үҙәгендә яңы һөнәр үҙләштерергә, йәки өҫтәмә белем алырға теләгән МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн сертификат биреү программаһы эшләй. Хәҙер яугирҙәрҙең ҡатындары һәм балалары ла Хөкүмәт иҫәбенә өҫтәмә белем алырға хоҡуҡлы. МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн сертификат хаҡы 50 мең һум тора. Уларҙы һөнәрҙе камиллаштырыу, профессиональ белемде ҡайтанан нығытыу буйынса өҫтәмә белем биреү ойошмаларында ҡулланырға була.
“Ғаилә” үҙәгендә МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре социаль оҙатыуҙа тора, “СВОи мамы” проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.
Бөтә сығыштарҙы йомғаҡлап, район хакимиәте башлығы Борис Николаевич, йыйылыусыларға мөрәжәғәт итеп:
– Ил һаҡсылары бөгөн яу яланында мөһим буыстар атҡара. Ә беҙ яугирҙәребеҙ яҡлаулы һәм үҙҙәренә ҡуйылған бурысты үтәүҙә ныҡлы әҙерлекле булһындар өсөн ҡулдан килгәндең бөтәһен дә эшләргә тейешбеҙ, – тине. Борис Николаевичтың әйткәндәрен ҡеүәтләп, район имам-мөхтәсибе Венер хәҙрәт Шәрипов был эштең күптән башланыуын билдәләне.
– Сентябрь аҙағында Өфө ҡалаһында Мәрйәм Солтанова исемендәге мәҙрәсәлә ошо мәсьәлә буйынса республика күләмендә имамдарҙын уҡыуҙары үтте. Был уҡыуҙарҙы мәҙрәсә һәм республикалағы "Ватанды һаҡлаусылар" фонды ойошторҙо. Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә Назаратының октябрь айында үткән Пленумында ла был йүнәлештә эшләү өсөн аныҡ бурыстар ҡуйылды. Бөгөнгө йыйылыш ошо эштең дауамы ул. Әле килеп яугир егеттәргә һәм уларҙың яҡындарына хөкүмәт тарафынан ниндәй ярҙам күрһәтелеүе тураһында бик ентекле аңлатып үттеләр.
Ауылдарҙағы имамдарҙың бурысы булып был эштә рухи яҡтан ярҙам итеү тора.
Беҙгә ышанып тапшырылған мөһим йөкләмәләрҙе һөҙөмтәле үтәү өсөн ошондай йыйылыштарҙы, шулай уҡ уҡыуҙарҙы артабан да ойоштороп торорға ниәтләйбеҙ, – тине ул.
Эйе, илебеҙгә, еребеҙгә тиҙерәк тыныслыҡ килһен, яугир ир-егеттәр имен-һау әйләнеп ҡайтһын тигән теләктә доғаларыбыҙҙы уҡып йөрөйөк.


Зөбәржәт Һиҙиәтова фотолары.

Берҙәм эш – һөҙөмтәле
Берҙәм эш – һөҙөмтәле
Берҙәм эш – һөҙөмтәле
Автор:Зубаржат Гидиатова
Читайте нас