

Халыҡ телендә әйтелгәнсә, хирургтың уңышының яртыһы – уның ассистенты оҫталығында. Ысынлап та, уның ярҙам итергә әҙер булыуы, кәрәкле инструментты ваҡытында алып биреүе табип өсөн бик ҙур роль уйнай. Лариса Ишбулды ҡыҙының контроль-диагностикалау аппаратураһын һәм башҡа медицина ҡорамалдарын көйләү оҫталығына эйә булыуы табиптарҙың эшен күпкә еңеләйтә. Нәҡ ул һәр аппараттың сәғәт кеүек эшләп тороуын күҙәтә һәм операциянан һуң пациенттарҙың хәлен ҡарай.
Анестезия, интенсив терапия һәм реанимация ваҡытында пациенттың хәлен контролдә тотоу, дарыуҙар иҫәбен алып барыу, инфекцион хәүефһеҙлекте тәьмин итеү – уның бурыстарының бер өлөшө генә. Ул аппаратураны эшкәртеп, документтар алып бара, ашығыс ярҙам да күрһәтә.
Барлыҡ хеҙмәт йылдарында Лариса Ишбулды ҡыҙы белемле һәм квалификациялы белгес тигән абруй яулап өлгөрә. Ул анализлай, баһалай, ҡарарҙар ҡабул итә, һәр саҡ үҙ компетенцияһы сиктәрендә ҡала. Даими рәүештә үҙ-үҙен камиллаштырыу, үҫтереү өҫтөндә эшләй.
Шулай уҡ ул район тормошонда ла әүҙем ҡатнаша, Матрай һәм Иҫәнғол ауылдарының социаль приюттарына йөрөй, башҡаларҙың проблемаларына ла битараф ҡалмай.
Лариса Ишбулды ҡыҙы тағы ла Йылайыр үҙәк район дауаханаһының профсоюз ойошмаһы рәйесе итеп һайланған. Ул спортсы, активист, гүзәл ҡатын-ҡыҙ ғына түгел, шәхси тормошта яратҡан ҡатын һәм бәхетле әсә лә.
Уның профессиональ хеҙмәте күп һанлы Рәхмәт хаттары һәм Почет грамоталары менән билдәләнгән. Улар араһында Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының рәхмәте, «Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы» билдәһе һәм Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт министрлығының Рәхмәт хаты бар. Был наградалар Лариса Ишбулды ҡыҙының Йылайыр районы халҡының һаулығын һаҡлауға индергән баһалап бөткөһөҙ өлөшө булып тора.
Мәҡәләбеҙ геройына киләсәктә лә ҙур уңыштар, һаулыҡ, ғаилә именлеге теләп ҡалабыҙ.