Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
5 Ноябрь 2025, 05:52

Алтын көҙҙә үтә алтын туйҙар

Алтын туй – йылдар һынауына бирешмәгән оло мөхәббәттең сағылышы ул. Ярты быуат ғүмер бергә йәшәү өсөн кешеләргә күпме сабырлыҡ һәм аҡыл кәрәк.Йылайыр ауылында йәшәүсе Йәмил Зариф улы менән Рәшиҙә Ғайса ҡыҙы Бураншиндар иңгә-иң терәшеп, бәхетле тормош кисергән өлгөлө, татыу ғаиләләрҙең береһе ул. Хәйер, бар ғүмерен тыуған районы мәнфәғәтенә бағышлаған Бураншиндарҙы белмәгән, хөрмәт итмәгән кеше юҡтыр ул...

Алтын көҙҙә үтә алтын туйҙарАлтын көҙҙә үтә алтын туйҙар
Алтын көҙҙә үтә алтын туйҙар

Ғаилә башлығы Йәмил Зариф улы – хеҙмәт ветераны, Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау отличнигы. 1971 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтының санитар-гигиена факультетына уҡырға ингән йәш белгес ҡулына диплом алғас тыуған районына ҡайта. Хеҙмәт юлын ул 1976 йылда Йылайыр үҙәк дауаханаһының баш табибы урынбаҫары булып башлай. Артабан оҙаҡ йылдар санитар-эпидемиология станцияһын етәкләй. Бер ни тиклем ваҡыт Йылайыр үҙәк район дауаханаһында баш табип йөгөн дә тарта. Оҙаҡ йылдар халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге директоры вазифаһында эшләп, хаҡлы ялға сыға. Эшендә талапсан, әммә кешелекле һәм кеселекле Йәмил Зариф улын уның ҡул аҫтында эшләүселәр һаман да ҙур йылылыҡ менән хәтерләй. Һәр кемгә йылы һүҙен, грамоталы белгес булараҡ аҡыллы кәңәшен йәлләмәгән ир-уҙаманды барса район халҡы хөрмәт итә. Уның тырыш хеҙмәте бик күп маҡтау грамоталары менән билдәләнгән. Бына шундай рәхимле, фатихалы һәм, әлбиттә, көслө рухлы, тормошто яратыусан булыуы уға ҡаты сирҙе еңеп сығырға ярҙам иткәндер тибеҙ...
Йәмил Зариф улының ғүмерлек йәре Рәшиҙә Ғайса ҡыҙы ла бала саҡтан табип булырға хыяллана. 1971 йылда Өфөнөң медицина институтына уҡырға инә. Уны тамамлағас, Йылайыр дауаханаһына фтизиатр булып ҡайта һәм хаҡлы ялға сыҡҡанынса ошонда эшләй..
2001 йылда Рәшиҙә Бураншинаның тырыш хеҙмәте «БР-ҙың атҡаҙанған табибы» исеме менән билдәләнә. Мәкерле сиргә –тажзәхмәткә ҡаршы көрәштә лә һынатмай ул. Шул ауыр мәлдәге фиҙакәр хеҙмәте өсөн 2021 йылда Халыҡтар дуҫлығы орденына лайыҡ була. «Ғорурлыҡ өсөн сәбәп» республика проектына герой итеп тә һайлана ул. Табип эшендә иң мөһиме – белем һәм шәфҡәтлелек, ти тәжрибәле белгес бөгөн, йәш хеҙмәттәштәренә мөрәжәғәт итеп.
Эйе, эшһөйәр, ипле, яҡты йөҙлө Рәшиҙә Ғайса ҡыҙы менән Йәмил Зариф улы һөнәрендә генә түгел, ғаилә тормоштарында ла күптәргә үрнәк.
Икеһе икеауылда донъяға килһәләр ҙә, уларҙың балалыҡ, үҫмер саҡтары бер ауылда үтә. Уҙған быуаттың 60.-сы йылдар аҙағында Бураншиндар ғаиләһе Ишбулды ауылынан күрше Ҡашҡарға күсеп сыға. Буласаҡ хәләле, бер йәшкә бәләкәй Рәшиҙәне Йәмил ошо ауылда осрата. Мәктәптә уҡыу йылдары бер осорға тура килә. Юлдыбай мәктәбенең юғары кластарында уҡығанда ике ауылдаш яҡындан аралашып китәләр. Артабан Өфөлә бер институтта белем ала башлағас, уларҙың дуҫлығы мөхәббәткә әүерелә. Һуңғы курстарҙа уҡыған саҡта буласаҡ табиптар сәстәрен сәскә бәйләй. Бына инде 50 йыл улар ҡулға ҡул тотоношон тормош һцҡмағынан бергә атлай.
Уңған йорт хужалары заманында күркәм йорт һалып ингәндәр, йыл да баҡса, гөл-сәскәләр үҫтереп, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә һөйөнөп, бәхетле ғүмер кисерәләр. Мөхәббәт емештәре – улдары Рафаэль Мәскәү ҡалаһында юғары белем ала,ғаиләһе менән Сорғот ҡалаһында төпләнгән ул һәм ҡыҙ тәрбиәләйҙәр.

Бураншиндарҙың ҡыҙҙары Рәзилә яҙмышын гүзәл заттар һәм сабыйҙар һаулығына арнаған. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Баймаҡ үҙәк дауаханаһының ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы мөдире. Бала саҡтан табип булырға хыяллана ул. «Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр», – тигән мәҡәл тап Рәзиләгә ҡарата әйтелгән кеүек. Тормош иптәше Айбулат менән, әйткәндәй ул да табиптар династияһынан, өс бала үҫтерәләр.
Бына шулай, балаларының, 6 ейән-ейәнсәренең һөйөүе, иғтибары-ихтирамына төрөнөп, ғүмер йомғағын һүтә һигеҙенсе тиҫтәгә аяҡ баҫҡан , алтын туйҙарын билдәләүсе абруйлы Бураншиндар. Юбилярҙарға Хоҙай Тәғәлә биргән ғүмерҙе лайыҡлы, имен-аман, һаулыҡта үтергә яҙһын!


Ильяс Такалов.

Фотолар ғаилә архивынан алынды.

 

Алтын көҙҙә үтә алтын туйҙар
Алтын көҙҙә үтә алтын туйҙар
Алтын көҙҙә үтә алтын туйҙар
Автор:Зубаржат Гидиатова
Читайте нас