

Ҡашҡар ауылында тыуып үҫкән Гөлнәзирәгә ҡул эшенә һөйөү хеҙмәт дәресендә үк һалынған икән. Дәрес үткәрелгән бүлмәнең ҡул эштәре менән тулы булыуы уны һәр ваҡыт ҡыҙыҡһындырған. Бишенсе класта белем алғанында сигеү буйынса мәктәп түңәрәгенә яҙыла ул. Оҫталығына башланғыс һалған уҡытыусыһы Гөлниса Хызыр ҡыҙына рәхмәттәр генә әйтә бөгөн Гөлнәзирә. Уҡытыусыһының наҙлы ҡулдарына эйәреп шәл, ултырғыс япмалары, ажурлы салфеткалар бәйләргә өйрәнә.
Мәктәпте тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалының филология факультетында белем алған ҡыҙ хеҙмәт юлын балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып башлай. Эшендә лә әүҙемлеге, һәр башланғысын еренә еткереп эшләгән хеҙмәткәр булараҡ айырылып тора. Шулай ҙа ҡул эштәре менән мауығыуын ташламай, ваҡыт табып, күңел өсөн төрлө милли биҙәүестәр эшләргә тотона.
– Әлеге мәлдә мин үҙемде төрлө яҡтан үҫтерәм, тип әйтергә була. Йүнәлештәрҙең һәр ҡайһыһын ҡулланып ҡарарға тырышам. Мастер кластар алам һәм үҙемә яңы асыштар эшләйем. Күптән түгел яһалма ротангтан кашполар үреү менән булыша башланым, ә инде милли биҙәүестәрҙе бер нисә йыл дауамында эшләйем. Башҡорт ҡатын-ҡыҙының матурлығын, тыйнаҡлығын сағылдырған түшелдеректәр һәм башҡа төрлө бик күп биҙәүестәр булдырырға тырышам. Нимәһе ҡыуандыра, биҙәүестәргә ҡыҙыҡһыныу көндән-көн арта. Олоһо ла, кесеһе лә бик теләп һатып ала. Ошонан сығып башҡорт милләтенең мәҙәниәте үҫешә һәм яңы һулыш ала тип әйтер инем. Минән гел генә: «нисек ваҡыт табаһың, ошондай матурлыҡты булдырыу өсөн бит әллә күпме ваҡыт та, сабырлыҡ та талап ителә», – тип һорап ҡуялар. Күңелгә ятҡан эшкә ваҡыт һәр саҡ табыла ул, теләк кенә кәрәк тип яуаплайым. Шулай ҙа, ғаиләм беренсе урында тора. Тормош иптәшем менән өс бала үҫтерәбеҙ. Улар минең өсөн терәк-таяныс, тормошом мәғәнәһе. Балаларыбыҙҙы төрлө яҡлап үҫтерергә тырышабыҙ, шуның өсөн дә ваҡытымдың күп өлөшөн, әлбиттә, тик уларға ғына бағышлайым, – ти әңгәмәсем.
Һәр эшенә йөрәк йылыһы һалып башҡарған оҫтабикә ошо шөғөлөнән үҙенә көс, дәрт, илһам ала. Һәр заказын еренә еткереп башҡара. Күңел донъяһын байытып, ҡатын-ҡыҙҙарға матурлыҡ өләшергә теләгән Гөлнәзирә һатып алыусыларының уның эшен яратып алыуына бигерәк тә ҡыуана. Шул тойғолар миңә тағы ла эшләргә, алға барырға ярҙам итә, ти ул...
Белеүебеҙсә, борон-борондан башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары милли биҙәүестәр тағыуға ҙур мәғәнә һала. Ә бит был матурлыҡ ҡына булып ҡалмай, күҙ тейеүҙән, төрлө яуыз көстәрҙән һаҡлаусы элемент та булып тора. Бына шундай ышаныуҙарға, юрауҙарға бәйле булған биҙәүестәргә һорауҙар бик күп икән.
Бөгөнгө көндә милли үҙенсәлектәребеҙҙе яңынан тергеҙеү, уның төрҙәрен үҫтереү, заманса алымдар менән уны тағы ла байытыу кеүек эштәр юғары кимәлдә алып барыла тиһәк яңылышмаҫбыҙ. Оҫтабикә әйтеүенсә, традицион варианттарға ҡарағанда, күберәк стилләштерелгән биҙәүестәр әҙерләү уға яҡыныраҡ. Сөнки ундай матурлыҡты көн дә тиерлек ҡулланырға, ҡунаҡтарға һәм эшкә лә тағып йөрөргә була, ти ул.
Әлеге мәлдә декрет ялында булып, сабыйына матур тәрбиә биргән, шул уҡ ваҡытта күңеленә оҡшаған шөғөлдө үҙ итеп, донъя көтөргә лә ваҡыт тапҡан дәртле, креатив һәм заман менән йәнәш атлаған йәш әсә – Гөлнәзирәгә ҡарап, һоҡланырға ғына ҡала.
Уның һәр башланғысы тик уңышлы ғына булһын. Һәр ваҡыт шундай маҡсатлы, алдынғы ҡарашлы һәм рухлы булып ҡалыуын теләге килә.
Фото Гөлнәзирә Аҡҡужинаның шәхси битләүенән vk.com/club230251386 алынды.