Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
6 Ноябрь 2025, 11:10

Хеҙмәткә – хөрмәт һәм дан!

Был фотола райондың үҫешенә лайыҡлы өлөш индергән, ғүмерҙәренең күп йылдарын халыҡҡа хеҙмәт итеүгә бағышлаған һәм үҙҙәренең тоғро эше менән һәр өлкәлә алдынғы булған дүрт билдәле Хеҙмәт ветераны төшкән.

Хеҙмәткә – хөрмәт һәм дан!Хеҙмәткә – хөрмәт һәм дан!
Хеҙмәткә – хөрмәт һәм дан!

Ильяс Исмәғил улы Такалов үҙенең хеҙмәт биографияһының күпселек өлөшөн урындағы матбуғатҡа бағышлаған, район гәзите редакцияһында фотохәбәрсенән алып мөхәрриргә тиклем ижади юл үткән.
Басир Сәйетбаттал улы Мәксүтовтың барлыҡ хеҙмәт юлы ауыл хужалығы менән бәйле. Ул райондың иң ҙур «Башҡорт» совхозында төрлө вазифаларҙа эшләгән. Хужалыҡтың күп кенә ҡаҙаныштарында уның хеҙмәтенең өлөшө бик ҙур.
Рәмил Хөрмәт улы Ишембәтов – рухы менән дә, һөнәре менән дә педагог. Уның тормошоноң бер осоро партия эше менән бәйле булһа ла, һуңынан ул яратҡан эшенә ҡайта. Педагогик эшмәкәрлегенең һуңғы этабында Йылайыр коррекция мәктәбе коллективын етәкләй һәм уны республикала иң яҡшылар иҫәбенә сығара.
Мәжит Зәйнулла улы Амакасов – балалар табибы. Уның тәүге йәш пациенттары хәҙер инде үҙҙәре олатай һәм өләсәйҙәр, ә ул әле лә үҫеп килгән быуындың һаулығын һаҡлау мәнфәғәтендә тырышып хеҙмәт итә.
Октябрь башында үткән Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылышта хөрмәткә лайыҡ дүрт ветераныбыҙ «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалдары менән бүләкләнде.

Евгений Гордов фотоһы.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас