

Шулай итеп, Республика Башлығы Радий Хәбиров ярҙамында район мәҙәниәт йорто махсус эффекттарҙы көсәйтеү өсөн светодиодлы (яҡтыртҡыслы тулы төҫтәге) экран алыуға өлгәште. Заман технологияларына ярашлы булған был экранға нығытыу системаһы, терәк конструкция, коммутация һәм синхрон типтағы идара итеү системаһы республика һәм урындағы бюджет аҡсаһынан финансланған. Экран сәхнәлә сығыш яһаусыларҙы видеотрансляциялау һәм фото-слайдтарҙы күрһәтеү мөмкинлеген бирә, был тамашасыларға сәхнәләге тамашаны эффектлыраҡ күрһәтеү өсө бик уңайлы. Яңы ҡорамал район һәм республика кимәлендәге саралар ваҡытында ҡулланыла башлаған да инде.
Билдәле булыуынса Республика Башлығының күп балалы ғаиләләргә булған иғтибары йылдан – йыл арта. Тап ошондай тура эфир ваҡытында бындай ғаиләләр үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап ала, ниндәйҙер мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе һорап мөрәжәғәт итә. 2024 йылда Радий Фәрит улы менән уҙған тура бәйләнеш йомғаҡтары буйынса Матрай ауылында йәшәүсе Илфат һәм Айгөл Үтәшевтәрҙең ишле ғаиләһе «Ауыл биләмәләрен комплексы үҫтереү» программаһы буйынса йорт төҙөүгә сертификат алып ҡыуанды. Хөкүмәтебеҙ тарафынан бирелгән был сертификат ярҙамында Үтәшевтар торлаҡ шарттарын яҡшыртып , быйылғы йылда Матрай ауылында заманса йыһазландырылған ике ҡатлы йорт күтәреп инде.
Ғаилә башлығы Илфат Илшат улы Үтәшев атаһы, ҡартатаһы һөнәренә тоғро ҡалып, иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем икһеҙ-сикһеҙ баҫыуҙарҙы иңләп, икмәк үҫтергән данлыҡлы игенселәр династияһынан. Хеҙмәт юлын атаһының фермер хужалығында башлаған тәүәккәл егет ғаилә ҡорғас үҙенең эшен аса. Ер эшен бала сағынан белгән йәш етәксе алдына ҡыйыу маҡсаттар ҡуйып йәшәй, тырышып эшләй. Тормош иптәше Айгөл менән өс балаға ғүмер бүләк итеп, ауыл ерендә төпләнә.
Әйткәндәй, Республика Башлығы ярҙамында тормошҡа ашырылып килгән бындай программаның төп йүнәлеше – торлаҡ, социаль обьекттар, инфраструктура төҙөү һәм биләмәләрҙе төҙөкләндереү.
Шул уҡ йылда Радий Фәрит улына Йылайырҙан йәш эшҡыуар Ирина Батанина мөрәжәғәт итте. Ул Урал аръяғы райондары халҡы өсөн йәш эшҡыуарҙарҙы консультациялау үҙәгенең филиалын асырға кәрәклеге тураһында һөйләгәйне. Был һорау Иҫәнғолда һәм Сибай ҡалаһында «Минең бизнес» тип исемләнгән үҙәктәрҙең филиалдарын асыуҙы күпкә тиҙләтте.
Ошонан сығып һығымта яһарға була: әгәр һеҙҙең тиҙ арала хәл итеүҙе талап иткән аныҡ һәм актуаль һорауҙарығыҙ булһа – Республика Башлығы Радий Хәбировтың үҙе менән буласаҡ Тура эфирға шылтыратырға мөмкин.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был мөмкинлек ағымдағы йылдың 11 ноябрендә буласаҡ.