

Водитель хеҙмәтенең иң ҡатмарлыларының береһе – ауыл хужалығы тармағында, сөнки йөк ташыу бында бик ауыр шарттарҙа башҡарыла. Үҙен тәжрибәле тип һанаған водителдең дә, мәҫәлән, яҙғы баҫыу эштәре осоронда, игенгә тулы йөк машинаһында, ошо орлоҡтарҙы баҫыуҙа эшләгән сәсеү агрегаттарына еткереүе, йәки көҙөн, баҫыу яланындағы комбайндарҙан уңышты сығарыуы еңелдән түгел.
Бик күп йылдар дауамында тап ошо өлкәлә эшләп килгән Батыр Һөйөндөков (һүрәттә) үҙенең һөнәренә яуаплы ҡараған хеҙмәткәрҙәр иҫәбендә. Ул Ғәзиз Иҫәндәүләтовтың фермер хужалығында шофер булып эшләй. Тырыш хеҙмәткәр үҙенә ышанып тапшырылған техниканы ипле файҙалана. Коллегалары ла, хужалыҡ башлығы ла Батыр тураһында тик яҡшы фекерҙә. Ошонан сығып, хөрмәтте лә бит яулай белергә кәрәк, тип әйтер инек, сөнки уның хужалыҡтағы коллегалары, шоферҙар, тракторсылар, комбайнсылар ҙа йәштәре буйынса унан күпкә өлкән, һәм уларҙың тәжрибә «һандыҡтары» ла бай ғына.
Әлбиттә, хужалыҡ водителдәренең эше сәсеү һәм урып-йыйыу кампаниялары менән генә сикләнмәй. Йыл буйына төрлө рейстар башҡарырға тура килә, ҡайһы саҡта бик алыҫ юлдарға ла сығырға кәрәк. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Батыр барыһына ла өлгөрә һәм һәр ваҡыт яратҡан эшен башҡарырға әҙер.
Ауыл хужалығы өлкәһендә хөрмәт һәм ихтирам яулап өлгөргән Батыр Һөйөндөковҡа киләсәктә лә шундай тырыш, уңған һәм һөнәренә тоғро булып ҡалыуын теләп ҡалабыҙ!
Евгений ГОРДОВ фотоһы.