Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
19 Ноябрь 2025, 09:57

Мәктәп психологы

22 ноябрҙә Рәсәйҙә психологтар көнө билдәләнә.  Алыҫ 1994 йылдың тап ошо көнөндә  Мәскәүҙә Рәсәйҙең психологтар йәмғиәтенең съезы уҙа. Рәсмиләштерелмәһә лә, был көн 2000 йылдан билдәләнә, ә инде 2023 йылдан башлап һөнәри байрамдар календарына индерелә.  

Мәктәп психологыМәктәп психологы
Мәктәп психологы

Мәктәп психологы – балаларға уҡыу процесына яраҡлашырға, эмоциональ ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға һәм социаль күнекмәләрҙе үҫтерергә ярҙам иткән белгес. Ул уҡытыусынан айырмалы рәүештә дәрестәр алып бармай һәм баһалар ҡуймай, ә баланың шәхесе менән эшләй, уның психологик именлеген һаҡлай.  Уҡыусыларға борсолоуҙы, тиҫтерҙәре менән конфликттарҙы, ғаиләләге проблемаларҙы һәм уҡыу менән ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә, үҙ-үҙен көйләү күнекмәләренә өйрәтә, тренингтар ойоштора һәм уларҙың психоэмоциональ хәлен диагностикалай, уҡытыусыларға һәм ата-әсәләргә консультациялар бирә.

Һеҙ һүрәттә күргән Гөлдәр Урал ҡыҙы Ураҡова бына инде 15 йыл Йылайыр ауылының Н.Р.Ириков исемендәге урта мәктәптә  педагог-психолог булып эшләй.

 – Хәҙерге заман, уҡыусылар менән һөҙөмтәле эшләү өсөн, мәктәп психологына үҙ эшен яҡшы белгән профессиональ булыуҙы, шул уҡ ваҡытта ҙур яуаплылыҡ, түҙемлек һәм оҫталыҡ талап итә. Беҙҙең өлкәлә яңы сыҡҡан методик ҡулланмаларҙы, алдынғы тәжрибәләрҙе, уңышлы алымдарҙы үҙ эшебеҙҙә ҡулланыу бик  тә мөһим. Төп бурыстарыбыҙҙың береһе – балаға мәктәп программаһын үҙләштерергә һәм ошо системаға яраҡлашырға ярҙам итеү, – ти ул үҙенең эше хаҡында.

Гөлдәр Урал ҡыҙы урта мәктәпте тамамлағандан һуң  БДУ-ның Сибай институтына уҡырға инә. Унда педагог-психолог һөнәрен үҙләштерә. Ҡулына диплом алған йәш белгес  тәүге хеҙмәт юлын 2010 йылда Н.Р.Ириков исемендәге урта мәктәптә башлай һәм бөгөнгәсә уңышлы эшләп йөрөй. Юғары категорияға эйә.

  • Балаларҙы яратыуым, уларҙың уй-кисерештәрен аңлауым, ата-әсәләр менән уртаҡ тел таба алыуым һөнәремде дөрөҫ һайлауыма шик ҡалдырмай. Һәр бала индивидуаль һәм төрлө характерлы. Шуны күҙ уңында тотоп, мин балалар менән индивидуаль эш алып барам һәм баланың   ата-әсәһен дә йәлеп итәм. Педагог, бала, ата-әсә шулай бергә эшләгәндә генә ыңғай һөҙөмтәләргә  ирешергә мөмкин. Иң мөһиме – балаларҙы яратырға һәм хөрмәт итергә кәрәк. Сөнки  күп проблемалар балаларға ата-әсә наҙы етмәү сәбәпле башлана. Һәр  ата-әсә  мәктәптән ҡайткан балаһынан  көн һайын: – Көнөң нисек уҙҙы, барыһы ла яҡшымы? – тип һорарға онотмаһын ине тигән теләктә Гөлдәр Урал ҡыҙы.
Автор:Розалия Такалова
Читайте нас