

Тап шундай талантлы ҡурайсыларҙың береһе булған Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, яҡташыбыҙ Азамат Асаинов ошо көндәрҙә үҙенең 50 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй, һәм шул уңайҙан 21 ноябрь көнө Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе сәхнәһендә “Иллелә лә тормош елле, ҡурайсы булһаң әгәр!” тип исемләнгән бай программа менән сығыш яһаясаҡ. Яҡташыбыҙҙың күп йыллыҡ ижади эшмәкәлегенең иң юғары төктәһе булған программала халҡыбыҙҙың боронғо уйын ҡоралы ҡурайҙың бар нескәлектәре һәм байлығы сағыласаҡ. Концертта боронғо халыҡ йырҙары менән бер рәттән заманса композициялар ҙа яңғыраясаҡ. Бынан тыш тамашала композитор Рәмил Ғимраниҙың башҡорт атына арналған маршына һәм лирик көйөнә премьера ла көтөлә. Сарала Башҡортостандың халыҡ артисы Альберт Шәһиев, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сәйҙәш Сәсәнбаев, филармония солисы Айгиз Уйылданов, “Ашҡаҙар” башҡорт-эстрада фольклор төркөмө, “Торатау” өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле , шулай уҡ ҡурайсының Башҡортостаныбыҙҙың төрлө мөйөштәренән, шул иҫәптән Йылайыр, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Ишембай райондарынан, Өфө ҡалаһынан күп һанлы дуҫтары сығыш яһаясаҡ. Рәсәйҙең халыҡ артисы Азат Айытҡолов, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Венера Юлгилдина, Салауат Кирәев, “Мираҫ” ансамбле солисы, ҡурайсы Юлай Ҡасимов кеүек күренекле сәнғәт оҫталары һәм “Берхомут” халыҡ бейеүҙәре, “Иркен” өлгөлө гармунсылар ансамблдәре тамашаның махсус ҡунаҡтары буласаҡ. Яҡташыбыҙ әйтеүенсә яҡын киләсәктә уның юбилей программаһы беҙҙең район тамашасыларына ла тәҡдим ителәсәк.
Азамат Ишкилде улы Асаинов республикабыҙға бик күп данлы ҡурайсылар сығарған, үҙебеҙҙең Йылайыр ерлегендә, Матрай ауылының хөрмәтле ғаиләләренән һаналған Ишкилде һәм Рауза Асаиновтарҙың татыу ғаиләһендә буй еткергән. Башланғыс кластарҙа уҡыған сағынан уҡ Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нурғәле Мирғәле улы Кейекбирҙин етәкләгән ҡурай түңәрәгендә шөғөлләнә. Ҡурай серҙәренә төшөндөргән,уның бар нескәлектәренә өйрәткән остазын тик рәхмәттәр менән генә иҫкә ала Азамат Ишкилде улы. Тыуған мәктәбендә 8 класс белем алғандан һуң Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инә. Башҡортостандың халыҡ артисы Ришат Рәхимов класында уҡый. Тыуған ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡандан һуң ситтән тороп Өфө сәнғәт институтын тамамлай. Ижад юлын Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театрында башлай. Филормония һәм башҡорт драма театры үҙгәртеп ҡоролғандан һуң хеҙмәт юлын ҡаланың дәүләт театр-концерт берләшмәһендә дауам итә. Өйләнгән. Тормош иптәше Эльвира Рәүеф ҡыҙы менән сәскәләй өс ҡыҙға ғүмер бүләк иткәндәр. Ҙур ҡыҙҙары Айгизә юғары уҡыу йортон тамамлап эшләп йөрөй, уртансы ҡыҙҙары Илзидә студент, кеселәре Самира өсөнсө класс уҡыусыһы.