

Уҙған кесаҙна район мәҙәниәт һәм ял үҙәге сәхнәһендә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарға матди ярҙам күрһәтеү маҡсатында “Тыуған ил, тыныслыҡ өсөн. Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!” исеме аҫтында хәйриә концерты уҙҙы. Район хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илшат Солтангәрәев илһөйәрлек менән һуғарылған матур сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп бындай үҙ-ара бәйләнеш халҡыбыҙҙы берләштерә, рухыбыҙҙы нығыта, ватансылыҡ тойғоһон тәрбиәләй һәм үҙ мәнфәғәттәребеҙҙе тик бергәләп кенә яҡлай алыуыбыҙҙы аңларға ярҙам итә, тип билдәләне һәм егеттәребеҙгә гуманитар ярҙам туплауҙа әүҙем ҡатнашҡан район халҡына ихлас рәхмәт еткерҙе.
Артабан махсус хәрби операция зонаһында хәрби бурыстарын үтәгәндә күрһәткән батырлыҡтары өсөн яҡташтарыбыҙға юғары дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте.
Рәсәй Федерацияһы Указы менән 433- сө мотоуҡсылар полкының разведка бүлексәһе снайперы рядовой Ляпкин Александр Игоревич Батырлыҡ ордены, 137-се айырым мотоуҡсылар бригадаһының гранатометсыһы, рядовой Ғәлиев Илнур Булат улы «Ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалы, 239-сы айырым мотоуҡсылар полкы уҡсыһы, рядовой Фәнил Йәмил улы Аҡкөбәков Жуков миҙалы менән наградланды. 239-сы гвардия танк полкының уҡсылар батальоны уҡсыһы ефрейтор Тиманкин Максим Николаевич менән 88 –се айырым мотоуҡсылар бригадаһы наводчигы Мамыкин Виктор Александровичҡа үлгәндән һуң бирелгән Батырлыҡ ордены яугирҙәрҙең яҡындарына тапшырылды. 428 –се мотоуҡсылар полкының разведка ротаһы водителе, сержант Иҫәнбаев Раян Һиҙиәтулла улына үлгәндән һуң 2-се дәрәжә “Хәрби батырлыҡ өсөн” миҙалы бирелде. Награда яугирҙең улы Даянға тапшырылды. Орден - миҙалдар тапшырғанда залда ултырыусылар геройҙарыбыҙҙы һәм уларҙың туғандарын аяғүрә тороп хөрмәтләне һәм алҡыштарға күмде.
Сараны дауам итеп райондың үҙешмәкәр ижади коллективтары һәм яңғыҙ башҡарыусылары тамашасыларға тыуған яғыбыҙға һәм бөйөк Ватаныбыҙға һөйөү тойғолары менән һуғарылған сағыу һәм йөкмәткеле концерт программаһын тәҡдим итте. Ә мәҙәниәт йорто фойеһында Йылайыр мәғлүмәт үҙәге, район китапханаһы һәм «Преображенск” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге коллективтары әҙерләгән тематик күргәҙмәләр һәм патриотик акциялар ойошторолдо. Билеттар һатыуҙан килгән килем махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәребеҙгә кәрәкле әйберҙәр һәм ҡорамалдар алыуға йүнәлтеләсәк, алынған әйберҙәр яҡын киләсәктә гуманитар конвой менән яугирҙәргә оҙатыласаҡ.
Махсус хәрби операция биләмәһендә йөрөүсе ир-егетттәребеҙ барыһы ла Ватанға һәм изге бурысына тоғро ысын яугирҙәр. Йылайыр халҡы яҡташтары менән ғорурлана һәм уларҙың тиҙерәк еңеп, тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтыуҙарын өмөтләнеп көтә.