

Яңыртылған Хәтер мемариал комплексын асыуҙа район хакимиәте башлығы Борис Николаевич Мелкоедов, Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһе башлығы Рөстәм Мөхтәр улы Тотманов, райондың "Хәрби туғанлыҡ" ойошмаһы етәксеһе Рөстәм Ураков, ауылдың ветерандар Советы рәйесе Ләлә Халиҡова, махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең ата-әсәләре, ғаиләләре, туғандары, ауыл халҡы, Йомағужа мәктәбе коллективы һәм уҡыусылар ҡатнашты. Комплексты асыу хоҡуғы район хакимиәте башлығы Борис Николаевич менән ауылдың оло быуын вәкиле, хеҙмәт ветераны Марат Аҡҡужин өлөшөнә төштө. Ҡыҙыл таҫма киҫелеп, мемориалға веноктар, сәскә гөлләмәләре һалынғандан һуң Бөйөк Ватан һуғышында башын һалған ата-бабаларыбыҙ, һуғыш һәм тыл ветерандары, Хәрби хәрәкәттәрҙә батырҙарса һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ иғлан ителде һәм хәрби залп яңғыраны.
Сараның икенсе өлөшөндә митингта ҡатнашыусылар Еңеү аллеяһына ағастар ултыртты, ауыл мәсете имам-хатибы Рәүеф Аҡҡужин һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә аят бағышланы. Әйткәндәй, обелискты реставрациялау Урындағы башланғыстарҙы яҡлау проекты сиктәрендә һәм ауыл халҡы, унан ситтә йәшәүсе ауылдаштар ярҙамында тормошҡа ашырылған.