Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
26 Ноябрь 2025, 04:22

Йәшәһен ерҙә берҙәмлек, дуҫлыҡ!

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! “Ауыл уттары” гәзитенең былтырғы декабрь һанында Юлдыбай ауылынан даими авторыбыҙ Нәфисә Мирсәйет ҡыҙы Нәҙерғолованың “Күңелдәрҙә мәңгелеккә ҡалған сәйәхәт” исемле бик мауыҡтырғыс иҫтәлектәре баҫылып сыҡҡайны. Был мәҡәләгә беҙ бик күп яуап хаттары, шылтыратыуҙар ҡабул иттек. Һәм беҙҙең һорау буйынса Нәфисә апай уның дауамын яҙҙы. Уңайлап ултырып, кинәнеп уҡырһығыҙ тип өмөтләнәбеҙ, дуҫтар. Сөнки мәҡәлә ысынлап та бик ҡыҙыҡлы, мажаралы, ә иң мөһиме, илебеҙҙәге бөгөнгө хәл-торошҡа бәйле күңел торошобоҙға ауаздаш... Бынан илле йыл элек Һабыр, Матрай мәктәбе уҡыусылары менән Украинаға сәйәхәт ҡылыуыбыҙ тураһында һөйләмәксемен. Күп һыуҙар аҡты, йылдар үтте, әммә ошо сәйәхәт онотолмай. Вузды тамамлап, районыбыҙға ҡайтҡас, мине Һабыр урта мәктәбенә ебәрҙеләр. Коллектив татыу, йәштәр ҙә, балалар ҙа күп. Әле лә һағынып иҫкә алам. Ул заманда йәйге каникулдар мәлендә уҡыусыларҙы бушлай Ленинград Волгоград, Мәскәү кеүек герой ҡалаларға экскурсияларға ебәрерҙәр ине. Был юлы районыбыҙҙың партия һәм комсомол комитеты Киев, Львов ҡалаларына сәйәхәт итеү мөмкинселеген Һабыр мәктәбенә бүлгән. Бәлки мәктәп директоры Р.С.Аллабирҙин үҙе тырышып юллағандыр. Шулай итеп, йәйге каникул мәлендә Киев, Львов ҡалаларында булыу бәхете эләкте. 

Йәшәһен ерҙә берҙәмлек, дуҫлыҡ!Йәшәһен ерҙә берҙәмлек, дуҫлыҡ!
Йәшәһен ерҙә берҙәмлек, дуҫлыҡ!

Был сәйәхәтебеҙҙә тәү тапҡыр мин Матрай уҡытыусыһы Флорида Батыр ҡыҙы Ғәниева менән таныштым. Балаларҙың яратҡан, белемле, көслө уҡытыусыһын олоһо ла, кесеһе лә ихтирам итә ине. Алсаҡ йөҙлө, мөләйем Флорида Батыровна кешеләр менән тиҙ уртаҡ тел таба, беҙҙән олораҡ булғанғамы, был сәфәребеҙҙә төрлө сетерекле мәлдәрҙән сығыу юлын тиҙ генә хәл итер ине. Ауылдан Өфөгә, Өфөнән поезда Мәскәүгә килеп еткәс, Ҡазан вокзалында юлда арыған балалар менән төн үткәрергә тейеш инек. Вокзалда халыҡ күп, бер урында бергәрәк ултырырға мөмкинселек тә юҡ. Тырым-тырағай баҫып торабыҙ,балалар өсөн яуаплыбыҙ бит. Флорида Батыровна шул арала бер милиционер менән һөйләшеп таныша. Баҡһаң, дежур милиционер Башҡортостандың Шишмә районынан икән. Ул беҙҙе эргәлә генә булған тар ғына милиция бүлегенә алып килде. Шулайтып Флорида Батыр ҡыҙының әрһеҙлеге, хәстәре менән милиция бүлегендә ҡаҡ иҙәнгә газеталар түшәп йоҡлап, йыуынып, ял итеп сыҡтыҡ. Таңғы биштә үк Ленин Мавзолейын күрергә сығып киттек. Оҙон сиратта тороп Ленин мавзолейында булып, көнө буйы аяғөҫтө йөрөп, һыуһап ,асығып тигәндәй саҡ Киев вокзалына килеп еттек. Көндөҙ үк Флорида Батыровна тәҡдиме буйынса Мәскәүҙә, поезға ултырыр алдынан, ике электр сәйнүге, сәй, ашарға икмәк һатып алдыҡ. Шулайтып оҙон юлда түләүле бер стакан сәйгә тилмереп ултырманыҡ. Балалар йәйге эҫе мәлдә тынсыу вагонда теләгәнсә ашанылар, кинәнеп сәй эстеләр. Икмәкте күп алғанбыҙ икән. Иркен ашап-эсеп ултырғанды күреп, икмәк һатыламы әллә, тип һорашыусыларға ла етте хатта. Ошо уҡ поезда урта йәштәрҙәге, тәбәнәк буйлы, туғыҙ йәштәр тирәһендәге малай эйәрткән бер ир кеше беҙҙең менән танышты ла яныбыҙҙан китмәне. Башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Мәғәзирә Әхмәҙей ҡыҙы менән тиҙ уртаҡ тел таптылар. Ул үҙе янындағы малайҙың уҡыуы насар булыуына борсола, нисек ярҙам итеү хаҡында кәңәшләшә ине. Ул да Киев аша Львовҡа юллана икән туған тейешле ике малай менән. Яратып өйләнә, әммә бала-сағаһы булмауын ауыр кисерә, ә был малайҙы уллыҡҡа алырға теләй икән. Ул үҙе һуғыштың бар афәтен кисергән,үҙ иңендә татыған кеше. Уға ун йәш кенә була. Ауылдарын фашистар баҫып ала, халыҡты, партизанлыҡта ғәйепләп, аяуһыҙ ҡыралар. Ата-әсәһен дә күҙ алдында юҡ итәләр. Ҡурҡыштан башҡаларға эйәреп урманға ҡасалар, шунда аҙаша. Урманда аслыҡтан хәлһеҙләнгән малайҙы партизандар табып ала. “Миңә бәләкәй генә кейем, итек тегеп бирҙеләр. Полк улы булып киттем, разведкаға йөрөнөм”, –тип һөйләгәне хәтерҙә. Был хаҡта ниңә яҙырға булдым һуң? Сөнки беҙгә ныҡ ярҙам итте. Ошо изгелекле ағай, Полк улы, алдында ғүмерлек үкенеү тойғоһо һаҡлана күңелдә. Ғүмерлек... Мәғәзирә апайға ҡағыҙ киҫәгенә адресын яҙып биргән була. Беҙ ошо ағай менән Львовта осрашырға һөйләшкәйнек. Ә Мәғәзирә апай адресты ҡабаланып ҡайҙалыр тыҡҡан да ҡуйған, эҙләп тапманы инде. Олоғайғас күбеһе иҫтәлектәр яҙа башлай, тип тәнҡитләйҙәр. Волга, Урал буйында утыҙынсы йылдар башында сикһеҙ ҡоролоҡ мәлендә беҙҙең балаларҙы ҡаты аслыҡтан ҡотҡарған, ярҙам ҡулы һуҙған Украина менән илебеҙ араһындағы бөгөнгө ваҡиғалар киҫкенләшмәһә, һуғыш уты тоҡанмаһа ,бәлки хәтерләһәм дә, яҙмаҫ инем. Башҡорт халыҡ шағиры Р .Ниғмәти үҙен үлемдән йолоп алып ҡалған украин халҡын һағынып, данлап шиғырҙар ижад иткән. Сөнки илебеҙҙә халыҡ ниндәй ныҡ татыу, дуҫ булған! Бына ошо сәфәрҙә, шулай поезда көтмәгәндә бер ҡыҙыбыҙ, Кәримәбеҙ, оҙон юлды күтәрә алмай ауырып китте. Хәлһеҙ бөгөлөп төштө, башын да ҡалҡыта алмай. Беҙ ни эшләргә белмәй аптыранабыҙ. Киевта көнө буйы булып, төндә генә Львов поезына ултырырға тейеш инек. Танышыбыҙ, Полк улы ( исеме иҫтә түгел) Кәримәне Киевта хәрби летчик дуҫына алып барырға, ярҙам итеп, ял иттереп алып килергә өгөтләне. Поездан төшкәс тә тиҙ генә автомат аша кемгәлер шылтыратты. Дуҫы килеп етеп Кәримәбеҙҙе алып китте. Уны өйҙәренә алып ҡайтып, дарыуҙар биреп, ял иттереп, кискә генә имен - аман алып килделәр. Бына ниндәй дуҫлыҡ, татыулыҡ! Кешеләр бер-береһенә яҡын туғандай эскерһеҙ, шик-шөбһәһеҙ, ярҙамсыл булған. поездан төшкәс, яҡын кешебеҙгә әүерелгән ағай менән юлдарыбыҙ айырылды. Ә беҙҙе автобуста экскурсоводтар Киевты күрһәтергә алып киттеләр. Киевтың иркен таҙа урамдары, ныҡ маҡтаулы Крещатик майҙаны, әллә ҡайҙан алтын куполдары балҡып торған Киевтың мөһабәт София соборы, Богдан Хмельницкийҙың һәйкәле, ҡып-ҡыҙыл төҫтәге Киев университеты( әле лә студент йәштәрҙең ниндәйҙер революцион сыуалышынан һуң здание ҡыҙыл төҫкә буяла), Днепр йылғаһы аша һалынған ҙур күпер, боронғо йорттар, йәшеллек,бейек тирәктәр әоле лә хәтерҙә, әле лә иҫтә... Был юлы төндө Киев вокзалында үткәрҙек, ултырыр урындар етерлек, иркен ине. Иртәгеһенә Львов поезына ултырыу өсөн билеттарҙы компостировать итеү башланды. Халыҡ күп. Этешә-төртөшә барыһы касса тәҙрәһенә йомолдо, яҡын барырлыҡ та түгел. Бер ҡосаҡ билет тотҡан, беҙҙән оло, тәжрибәле Флорида Батыровнабыҙ ҙа алға ынтылды. Ҡабат,ҡабат: “Мин балалар менән,утыҙ кешегә кәрәк, үткәрегеҙ мине!“ – тип тә ҡарай. Ишетеүсе лә юҡ, иреш-талаш, яҡын барырлыҡ түгел. Шул саҡ тәпәш кенә, ап-аҡ йыуан бер ҡатын терһәктәре менән эткеләп: “Был азиатка ҡайҙа ынтыла? Үткәрмәгеҙ был басурманды! Үткәрмәйек был туземканы,”– тип әсе сәрелдәй башламаһынмы! Шул урында Флорида Батыровна түҙмәне, әммә тыныс ҡәтғи тауыш менән: “Йә, тик тороғоҙ! Үткәрегеҙ, бандеровсылар, һатлыҡ йәндәр! Илде, Ватанды саҡ һатып ебәрмәнегеҙ бит һеҙ!” – тимәһенме! Умарта күсендәй гөжләп торған халыҡ төркөмө ҡапыл тып-тын булды, барыһы шып-шым ҡалды. Шул саҡ ҡайҙалыр ап-асыҡ текелдәгән тауышҡа башты күтәреп ҡараһаҡ, өҫтә стенала ҙур сәғәт эшләп тора икән. Етмәһә, тыштан, тынлыҡы ярып, барыһын һиҫкәндереп, бер-бер артлы әсе итеп һыҙғырған паровоз тауышы яңғыраны. Ауыр тынлыҡты был ауаз кире ысынбарлыҡҡа ҡайтарҙы. Төркөм шым ғына Флорида Батыровнаға юл асты, ығы-зығы туҡтаны. Бына шулай, аяҙ көндә йәшен атҡандай тәьҫир итте уның һүҙҙәре. Бөгөн бандеровсылар тип һөйләһәләр, ошо мәл күҙ алдымдан китмәй. Хәҙер ул саҡты иҫләһәң, Бөйөк Еңеүгә утыҙ йыл үткән, илдә – татыулыҡ, дуҫлыҡ. Барыбер беҙ һуғышта утты-һыуҙы кискәндәр хәстәре, яҡлауы аҫтында йәшәгәнбеҙ икән. Поезд ҡуҙғалыр алдынан ял итеп, хәл кергән ҡыҙыбыҙҙы ла имен-аман ял иттереп алып килделәр.
Львовта беҙҙе төркөм етәкселәре яҡшы ҡаршы алып интернатҡа урынлаштырҙылар.Төрлө яҡтан – Тула, Кемеров,Төмән, Нижегород, Воронеж өлкәләренән йыйылған инек. Ятаҡта тәрбиәселәр ,экскурсоводтар яғымлы, матур ҡаршы алдылар, оҙаттылар. Львов бик боронғо ҡала икән. Йомро таш түшәлгән тар урамдары, төрлө башнялы өйҙәрҙең стеналарына сырмалып, түшәлеп, йәм-йәшел келәм кеүек үлән ҡаплаған боронғо йорттары, ниндәйҙер элекке сиркәүҙәре хәтерҙә. Барлыҡ яҙыуҙар тик украин телендә. ”Хай, живе Украине!”, итеп ҙур яҙылған плакаттарға ҡарап , ҡалай ябай ғына “Һай йәшәһен” тип кенә яҙғандар тип уйлағаным иҫтә. Балаларға түгел, миңә лә күп һүҙҙәре ят һәм бик ҡыҙыҡ тойола ине. Мәҫәлән, зупинка – туҡталыш, сидальня – ашхана, вбиральня – бәҙрәф, перукарня – бөҙрәхана һ.б. Ҙур автобустарға тейәп ҡаланан арыуыҡ алыҫлыҡтағы Карпат тауын да күрһәттеләр. Асфальт түшәлгән иркен таҙа юл, тирә-йүнде тәҙрә аша ғына күҙәтәбеҙ. Экскусовод тауҙың географик урыны, диңгеҙ кимәленән ниндәй бейеклектә урынлашыуын бәйән итә. Автобустан төшөрөп, асфальт юлдан ғына урман ҡаплаған тау теҙмәләрен күрһәттеләр, һоҡланып ҡарап торҙоҡ. Улай тиһәң, тау-ташлы ҡаяларында һомғол ҡарағайҙар, ап-аҡ ҡайындар араһында, Уралда йәшәгән, үҫкән беҙгә (минең үҙемә) бук, граб, имәнле, тәпәш ҡарағайлы тау һырттарына бик алыҫтан, ситтән ҡарағанғамы, артыҡ иҫ китмәне былай. Ә юлдар, юлдар шәп ине! Буш ҡына әйбер иҫтә ҡала икән ҡайсаҡ. Юлдағыларға ҡапҡылап алыу өсөн ризыҡ сығарҙылар .Ҙур банкаларҙан ҡойоп бирелгән ревень (үлән) һуты беҙгә, бөтһенә лә, һис оҡшаманы! Нишләтергә белмәй аптырандыҡ. Йә эсеп булмай, йә күрәләтә юлға түгеп булмай... Шулай урмандар ҡаплаған Карпат тауҙары янында ла булдыҡ.
Төрлө тарафтарҙан йыйылған балалар өсөн “ Дуҫлыҡ кисе” ойошторолдо. Һәр төркөм үҙен күрһәтергә, таныштырырға ,берәр концерт номеры бирергә тейеш ине. Был сара ла Флорида Батыровна етәкселегендә иҫ киткес шәп үтте.Уның үҙенең сәхнәнең бер, ә ике-өс уҡыусыһы икенсе яғынан шул осорҙа үтә лә популяр булған “Бүләк” йыры менән ҡапма -ҡаршы сығыуы бар залды дәррәү ҡул саптырҙы. Аҫта, үҙебеҙҙекеләр өсөн янып-көйөп торғандар ошо минуттарҙа шул тиклем ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙек. Рус егеттәренең саф башҡортса йырлауы мине генә түгел, барыһын хайран ҡалдырҙы! Аккордионист та тиҙ генә көйҙө элеп алып, ярҙам итте. Флорида Батыровна беҙҙең төркөмдөң Башҡортостандан булыуы тураһында ҡыҫҡаса белешмә бирҙе. Артабан егеттәребеҙ концертты дауам итте. “Мой адрес – Советский Союз “,Э. Хильдың “Зима в избушке” йырына һәммәһе дәррәү, баҫып ҡул сапһалар, Софья Ротаруның ул осорҙа бар илебеҙ яратып тыңлаған “Гуцулочка Карпаты“-һын ҡабат-ҡабат йырлаттылар, сәхнәнән төшөрмәнеләр. Баҡһаң, ошо Карпат тауының төп халҡы – гуцулдар төйәгендәбеҙ икән. Шул уҡ украиндар, әммә улар аҙыраҡ айырыла. Ҡара сәсле, ҡара күҙле, һылыу, кейеме, йәшәүе, тәбиғәткә яҡын булыуы, икенсерәк һөйләшеүҙәре менән айырыла икән. Хәҙер уйлайым, махсус әҙерләнеп барған да ла улай уҡ уңышлы булмаҫ ине был сығыш. Меңәр саҡрым араларҙы үтеп, сит-ят ерҙәрҙә тәүгә яңы ғына осрашҡан балаларҙы йыр-моң дуҫлаштырҙы, берләштерҙе. Матур көй, йыр, музыка өсөн сиктәр юҡ, төрлө милләткә берҙәй яңғырай шул. Бер үк көй көйләп, йырҙар йырлап, дуҫ, татыу, бәхетле йәшәгәнбеҙ! Был кисәнән һуң беҙгә, бигерәк тә улдарыбыҙға, иғтибар артты. Киске дискотекала уларҙы ҡыҙҙар бейеүгә саҡырып ҡаңғырттылар. Матрайҙан Флорида Батыровна уҡыусылары Ҡыуатов Сергей (Япарһаҙҙан), Кочетов Гриша менән ойошторған мини концерт һаман күҙ алдымда. Ҡайтыр алдынан интернаттан сығарҙылар. Беҙгә тағы вокзалда төн үткәрергә ине. Флорида Батыровна йәнә ошонда эшләгән йыйыштырыусы Людмила Мороз исемле ҡатын менән һөйләшеп, уның бәләкәй фатирында йоҡлап сыҡтыҡ. Улы ла, үҙе лә күршеләренә киттеләр. Ҡайҙа нисек йоҡлауҙы яҙмаһам да булыр ине лә... Тағы бер тапҡыр кешеләр, милләтенә ҡарамай, бер-береһенә ышанып, ярҙам итешеп, татыу йәшәүен әйтергә теләүем инде. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та, иң киҫкен мәлдә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти Урал тауы исеменән: “Алыҫтағы Карпат тау – ул да минең туғаным,” – тип яуға оран һалған Меңәр саҡрым алыҫлыҡтағы Карпат иленә сәйәхәтебеҙ ошондай матур мәлдәр менән иҫтә ҡалды. Ҡайтҡанда тағы ла поезда ашарға алып, үҙ сәйебеҙ менән гөрләшеп ҡайттыҡ. Юлда бер үк поезда булыусы таныш балаларға ла ла етте ризығыбыҙ. Бөгөн көн дә бандеровсылар тигән һүҙҙе ишетһәм, ауыр тәьҫир итә. Ысынлап та, уларҙың яуызлыҡтары хаҡында әҫәрҙәр, һуңлап ҡына, һикһәненсе йылдарҙа яҙыла башланы. Халыҡ уларҙың ысын йөҙөн артыҡ белмәне, шул рәүешле күҙ уңынан ысҡындырылды шикелле... Дөмөктөрөлөп бөтмәгән бандеровсылар фашизмды яңынан тергеҙеп, йәштәрен ҡотортоп, донъяны бутап, ҡан ҡойошҡа еткерҙеләр. Бөгөнгө дошманлыҡ, һуғыш туҡтап, улдарыбыҙ имен ҡайтһын ине. Бөгөн дә төрлө милләттәр, халыҡ элеккесә берҙәм, татыу булып, үҙ илендә, үҙ ерендә тыныс ғүмер итһә ине. Халыҡтар берҙәмлеге, татыулығы, дуҫлығы – ул беҙҙең тыныслыҡ һәм именлек нигеҙе.
Нәфисә Нәҙерғолова.
Мәғариф ветераны.
Юлдыбай ауылы.

Йәшәһен ерҙә берҙәмлек, дуҫлыҡ!
Йәшәһен ерҙә берҙәмлек, дуҫлыҡ!
Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас