

Беҙ килгәндә Шәһиҙә апай махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан улын юлға оҙатып ҡына тора ине.
Сығышы менән Һабыр ауылынан булған Шәһиҙә Әхтәри ҡыҙы Сәләх ауылына, Әхсән һәм Ураҙбикә Солтановтар ғаиләһенә егерме йәшендә генә килен булып төшә. Буласаҡ тормош иптәше Рафаил менән Һаҡтау ауылында һатыусы булып эшләп йөрөгәнендә таныша. Йәштәр бер йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң өйләнешә. Ҡайны-ҡәйнәһе йәш киленде үҙ балаһылай яратып ҡабул итә. Бер ҡыйыҡ аҫтында ун туғыҙ йыл үҙ-ара дуҫ һәм татыу булып йәшәп, һуңғы һулыштарынаса матур тәрбиәләп, ҡәҙер-хөрмәт менән әхирәткә оҙата ҡайны-ҡәйнәһен Шәһиҙә апай.
Бәхетле ғаиләлә бер ҡыҙ һәм ике ул буй еткергән. Һәр береһенә белем бирергә, оло тормош юлына сығарырға, дөрөҫ йүнәлеш күрһәтергә тырыша Солтановтар. Бөгөн оло улдары мобилизация башланған беренсе көндәрҙән алып алғы һыҙыҡта илебеҙҙе һаҡлай. Яҡшы хеҙмәте өсөн 2-се дәрәжә “Хәрби батырлыҡ өсөн” миҙалы менән билдәләнгән. Шулай уҡ батыр күкрәген “Донбасты азат иткән өсөн”, Украиналағы хәрби хәрәкәттәр ветераны миҙалдары биҙәй. Өйләнгән, кәләше Рәмилә менән бер ул үҫтерәләр. Икенсе улдары Илфат Рәсәй Эске эштәр министрлығының Йылайыр районы буйынса бүлексәһендә эшләй. Ҡыҙҙары Рәйсә Благовар районында йәшәй. Ул да ата-әсәһен олатай-өләсәй итеп ҡыуандырған. Тормош иптәше менән дуҫ-татыу донъя көтәләр.
Ауыл тормошон, ер эшен яратҡан Шәһиҙә апай ауыр физик хеҙмәттән һис тә ҡурҡып тормай, бар эште лә емереп башҡара торғандарҙан. Һатыусы, һуңынан оҙаҡ йылдар ауыл фермаһында һауынсы булып эшләгән ханым әле лә тик тормай, хәләле менән кәртә тултырып мал- тыуар тота, ҡош-ҡорт аҫрай. Емеш-еләк осоронда силәкләп еләк йыйырға, уның араһында һыйырҙарының ағынан май, ҡаймаҡ, ҡорот, эремсек эшләп һатыуға сығарырға ла өлгөрә бөтмөр ханым. Ҡул эштәренә лә маһир Шәһиҙә апай балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә йылы ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләп кейҙерә, ырғаҡ менән ултырғыс, диван ябыуҙары бәйләй. Аш - һыуға ла ифрат оҫта ул. Икмәкте лә үҙенсә тәмле итеп һала, йоҡа ғына итеп ҡырҡҡан һалмаһы ауыҙҙа иреп кенә тора. Ҡунаҡҡа ҡайтҡан балаларын әсә ҙур бәлеш бешереп һыйларға ярата.
Ҡанифа Ғәрифулла ҡыҙы 1951 йылда Вәскир ауылында тыуған. Бәләкәй генә сағында әсәһе менән Сәләх ауылына күсеп килгән Ҡанифа апайҙың бар ғүмере ошо ауыл менән бәйле. Бында тәү башлап мәктәп ишеген асып ингән, тәүге мөхәббәте Батырйәнен осратҡан, балаларының кендек ҡаны ла әлеге бәрәкәтле ер тупрағына тамған.
Йомағужа урта мәктәбендә 8 класс белем алғандан һуң тәүге хеҙмәт юлын Һабыр совхозында башлай мәҡәләм геройы. Башта төрлө эштәрҙә йөрөй, һуңынан фермаға быҙау ҡараусы булып урынлаша. 1969 йылда Батырйән Ғәлимйән улына тормошҡа сығып ете балаға – бер ҡыҙ һәм алты улға ғүмер бүләк итәләр. Балаларының үҫеп буй еткәнен күрергә насип булмай Ҡанифа апайҙың тормош иптәшенә. Типһә тимер өҙөрлөк, гөрләтеп донъя көтөр ваҡытында бик иртә әхирәткә күсә ғаилә башлығы. Береһенән-береһе ваҡ балалар менән (иң бәләкәсенә йәш тулып уҙған ғына) 32 йәшендә тол ҡала Ҡанифа апай. Ирен юғалтыу ҡайғыһынан шаңҡып ҡалһа ла, үҙен ҡулға ала көслө рухлы ҡатын. Ауыр ваҡыттарында уға бар яҡлап терәк-таяныс, балаларға күҙ-ҡолаҡ булып торған әсәһе Өммөгөлсөм инәйгә һыйына. Ете балаһына ел ямғыр тейҙермәй, кәм-хур итмәй, тейешле тәрбиә биреп үҫтерә, туйҙар үткәреп, эйәле-башлы итеп оло тормош юлына сығара. Ҡыҙ-улдары ла әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, эшкә әрһеҙ булып буй еткерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бала ҡайғыларын да күрергә тура килә Ҡанифа апайға, улы Русланын бик иртә ер ҡуйынан һала. Кинйә улы мобилизацияға эләгеп, ут эсенә ингәс тә, ҡайғыһын тышҡа сығармай сабыр ханым, биш намаҙын уҡып, фарыз ураҙаларын тотоп, улына иҫәнлек-һаулыҡ ҡына теләп, Аллаһыбыҙҙан ярлыҡау һорап йыуана.
Хәҙер инде ауыр саҡтар үткән, балалары аяҡҡа баҫҡан, шөкөр. Һәр береһе олоғайған әсәләрен ташламай, ярҙам итеп торалар. Балта эшенә оҫта булған улдары әсәләрен өйлө итеп, яңы йорт күтәреп ингәндәр. Оло ҡыҙы Алһыу ғаиләһе менән Хәйбулла районында төпләнгән. Улдары Наил менән Юлайҙың да үҙ ғаиләләре бар. Юлдаш менән Азаматы әсәһе янында йәшәй, ә кесе улы әлеге мәлдә илебеҙ һағында тора. Ейән-ейәнсәрҙәре лә өләсәйҙең ҡотло йортонда йыш ҡунаҡ.
Ҡанифа Ғәрифулла ҡыҙын ауылдаштары аҙ һүҙле, эшкә сымыры, һәр шөғөлгә ҡулы яғылып барған ҡатын булараҡ беләләр. Ул яраштырған аш-һыу, ҡайнатмалар, ризыҡтар телеңде йоторлоҡ тәмле һәм ҡыйып ҡарағыһыҙ зауыҡлы була. Бәйләгән бәйләмдәре, теккән, сиккән әйберҙәре, йәш сағында төрлө открыткаларҙан ҡупшылап эшләгән ҡумталары, сынъяһау ултырғыс, бишектәре – уның күңел һалып яратҡан шөғөлдәренең береһе. Хужабикә шулай уҡ матур гөлдәр, йәйен сәскәләр үҫтереү менән мауыға. Йортона килеп инеү менән үҙеңде гөлдәр “батшалығы”нда йөрөгәндәй хис итәһең! Ниндәй генә гөл юҡ бында: уларҙың сағыу төҫтәренән күҙҙәр ҡамаша, хуш еҫтәренән баш әйләнә. Ошо тиклем гүзәллекте тыуҙырыу өсөн күпме көс, дәрт һәм ваҡыт китеүен иҫәпкә алып, хайран ҡалаһың.
Бына шулай һәр минуттың ҡәҙерен белеп, был тормошҡа шатланып, балаларының уңыштарына ҡыуанып, яҙмыштың әсе елдәренә бирешмәй, сәскә -гөлдәрҙән дәрт-дарман алып, йәштәргә өлгө булып йәшәй һалдат әсәһе.