

Ғафури районы халҡы бик ғәжәйеп хәлгә тарыған...
Бер нисә көн элек хужаһы һуйған һыйырҙың ашҡаҙанынан документтар һәм күп кенә аҡса табып ала.
Ғафури районының Толпар ауылында фермер сүплектә ҡаҙынырға яратҡан һыйырын һуйған һәм уның ашҡаҙаны эсенән ярайһы уҡ ҙур суммала аҡса һәм документтар һалынған янсыҡ тапҡан.
Баҡтиһәң, уны Ғафури районында турбаза төҙөгән эшҡыуар Михаил Бурдинский юғалтҡан икән. Был аҡса менән ул үҙе яллаған төҙөүселәр менән иҫәпләшергә йыйына, әммә бер мәл янсыҡтың юҡҡа сығыуы асыҡлана. Урлағандар тип уйлағайным, ти эшҡыуар.
Хәл-ваҡиға ысынлап әкиәттәгесә килеп сыға: төшөп ҡалған янсыҡты һыйыр табып йота... Һыйыр фермер Рифтыҡы була... Ә Риф ағай шул Михаилға ярҙамлашҡан була. Аҡса һәм документтар юғалыу сәбәбе малҡайҙы һуйып, эсенән янсыҡты тапҡас ҡына аңлашыла.
Ысынлап та сүплектә соҡонорға яратҡан бирән һыйыр була был мал. Уның эсенән, янсыҡтан тыш, 30 килограмм ҡый сыға...
- Мин янсыҡты махсус рәүештә йыумаясаҡмын, хәҙер был минең талисманым, — тип һөйләй Михаил Башҡортостан юлдаш телевидениеһына биргән интервьюһында. Ә аҡсаны Риф ағай бынан алда крандан аҡҡан һыуҙа йыуып алғанын видеоға төшөрөп һалғайны инде...
Сығанаҡ: https://gazeta-toratau.ru/news/novosti/2025-12-08/yyyr-esen-n-sy-an-a-sany-huzha-y-tabyldy-4498727