Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Декабрь 2025, 15:21
1

Алимент буйынса бурысы йыйылған ир Мәскәүгә ҡасҡан

Уны приставтар эҙләй.  

Алимент буйынса бурысы йыйылған ир Мәскәүгә ҡасҡан
Алимент буйынса бурысы йыйылған ир Мәскәүгә ҡасҡан

Белорет һәм Белорет районы суд приставтары бәлиғ булмаған балаларын ҡарау өсөн аҡса түләмәгән 1989 йылғы Артем Гневновты эҙләй. Атай кешенең балаларына 280 мең һумдан ашыу бурысы йыйылған.

Уның илдән ситкә сығыу хоҡуғы сикләнгән. Гневнов Мәскәү тирәһендә ҡасып йөрөй тигән фараз бар.

Яҡташыбыҙҙың ҡайҙа икәне тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булғандарҙан 8(347)923-34-13, 8 967-747-34-46 телефондарына шылтыратыуҙарын һорайҙар.

Автор: Ильфира Аккужина
Читайте нас