-10 °С
Ҡар
Бала саҡтары ауыр һуғыш йылдарына тура килгән инәйҙәрге тормош артабан да бик күп һынауҙар ҡуя. Алһыҙ-ялһыҙ совхоз эше, йорт мәшәҡәттәре, итәк тулы балалар үҫтереү... Хәҙер килеп барыһы ла артта, үҙҙәре әйтмешләй, бер мәл генә икән ул күкрәп йәшәүҙәре. Әле килеп, балалары, ейән-бүләләре хәстәрендә, тәбиғәт матурлығына һоҡланып, тирә-яҡтағы хозурлыҡты күрә һәм үҙ аяҡтарында атлап йөрөй алғанға шөкөр итеп йәшәй инәйҙәр. Доғаларын уҡып, тәсбих тартып, йәш быуынға – бәхетле ғүмер, тыуған иленә именлек теләп ултыра улар. Булмышындағы эске мәҙәнилек, тәрбиә, аҡыл оло йәштә лә кешене шулай йәмләй икән дә ул...
Автор фотоһы.