Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Ғинуар , 09:50
1

Бөйөк Бабичты хәтерләп

Шәйехзада Бабич – ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә ҙур әҙәби мираҫ ҡалдырған, башҡорт халҡының яҙмышы өсөн янып йәшәгән бөйөк шағир. Илебеҙ тарихының ғәйәт ҡатмарлы осороноң шаһиты булараҡ ул ижадында шул дәүерҙең тарихи ваҡиғаларын сағылдыра һәм башҡорт әҙәбиәте тарихында мөһим урын биләй.   14 ғинуар танылған башҡорт шағиры, журналист һәм дәүләт эшмәкәре  Шәйехзада Бабичтың һәйкәле (бюсы) янында  шағирҙың тыуыуына 131 йыл тулыуға арналған тантаналы митинг үтте.

Бөйөк Бабичты хәтерләп
Бөйөк Бабичты хәтерләп

Унда район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов, Йылайыр ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Александр Годуленко, Башҡортостан  республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, журналист Ильяс Такалов, мәғариф бүлеге начальнигы Алһыу Амакасова, Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы  директоры Айҙар  Байсурин, мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар һәм уҡыусылар ҡатнашты.
Алып барыусылар –гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әнисә Такаева менән Гөлгөнә Байсурина шағирҙың ҡыҫҡа ғына ғүмерендә булған сағыу ваҡиғалар тураһында һөйләне,
 гимназияның юғары класс уҡыусылары ялҡынлы Бабич шиғырҙарын  яттан һөйләп ишеттерҙе. Район хакимиәт башлығы Борис Николаевич үҙ сығышында Шәйехзада Бабич, үҙенең ҡыҫҡа ғүмеренә ҡарамаҫтан, башҡорт шиғриәте тарихында сағыу эҙ ҡалдырған. Уның шиғырҙары ла милләтенә һөйөү менән һуғарылған. «Ал да нур сәс халҡыңа» тигән ҡанатлы һүҙҙәре күп быуын вәкилдәренең девизы булып тора, тип билдәләне. Матбуғат ветераны Ильяс Исмәғил улы Бабичтың яҙыусы, дәүләт эшмәкәре генә түгел,  заманында бер нисә матбуғат баҫмаларының редакторы булыуы хаҡында бәйән итте, шуның менән ул журналистарға яҡын булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Йылайыр ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Александр Годуленконың да бөйөк шағирыбыҙҙың «Халҡым өсөн» шиғырын һөйләп ишеттереүе сараға ҙур мәртәбә өҫтәне. Сара һуңында  митингта ҡатнашыусылар Бабич ҡәберенә сәскәләр һалды һәм шағирҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.

Бөйөк Бабичты хәтерләп
Бөйөк Бабичты хәтерләп
Бөйөк Бабичты хәтерләп
Автор: Розалия Такалова
Читайте нас