Бер йыл эсендә төбәктә иң күбе йомортҡа, йәшелсә-емеш, шәкәр, элемтә саралары, телерадиотауарҙар, компьютерҙар, сит илгә сәйәхәт юлламаларына хаҡ төшкән.
↑ Ҡиммәтләнгән: дөйөм туҡланыуҙа аҙыҡ-түлек, сәй һәм ҡәһүә, кондитер изделиелары, матбуғат баҫмалары, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр һәм фатирҙарҙы ҡуртымға алыу.
«Хаҡтарҙың артыуы һиҙелерлек әкренәйҙе, әммә һаман да маҡсатлы кимәлдән юғарыраҡ. Йыллыҡ инфляция артабан да тотороҡло кәмеһен өсөн иҡтисадта дөйөм ихтыяж тыйнағыраҡ үҫергә тейеш. Бының өсөн депозиттар һәм кредиттар буйынса юғары ставкаларҙы һаҡлап ҡалырға кәрәк», — тип билдәләне Рәсәй банкыһының Башҡортостан бүлексәһе идарасыһы урынбаҫары Егор Михтанюк.
Рәсәй банкыһы күҙаллауы буйынса, илдә йыллыҡ инфляция 2026 йылда 4-5 процентҡа тиклем төшәсәк.
Башҡортостанда инфляция тураһында тулыраҡ — мәғлүмәт-аналитика материалында уҡығыҙ: vk.cc/cTFYOr
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан