Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
29 Ғинуар , 14:25

Ҡайын бөрөһө быуындарға ярҙам итә

Был төнәтмәне әҙерләүе бик еңел, ә файҙаһы ныҡ ҙур.

Төнәтмәне әҙерләү:

2 балғалаҡ кипкән ҡайын бөрөһөн 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында 20-30 минут тоторға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә 3 тапҡыр, ас ҡарынға, 1-әр аш ҡалағы эсергә.

Тамаҡ ауыртҡанда ике ҡалаҡ ҡайын бөрөһөнә 50 грамм аҡ май ҡушып болғатырға һәм талғын утта бер сәғәт тоторға. Йылы килеш һөҙөп алып, 0,2 грамм шыйыҡ бал ҡушып бутарға. Көнөнә дүрт тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә.

Ҡайын бөрөһөнөң әсеһе күп кенә паразитҡа оҡшамай. Биш-ете бөрөгә бер стакан һыу ҡойоп, яҡынса 20 минут ҡайнатырға. Һыуынғас һөҙөп, тәүлегенә өс тапҡыр яртышар стакан эсергә.

Дауаланыу курсы – өс аҙна. Ҡайын бөрөһөн гастрит булғанда, быуындар һыҙлағанда, папилломаларҙан, бөйөр ауыртҡанда ла ҡулланалар.

Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә кәрәк!!!

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас