Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Февраль , 14:34

Туғыҙынсы класс уҡыусыһы уҡытыусыға һәм уҡыусыларға һөжүм иткән

Республика Башлығы Радий Хәбиров ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән мәктәпкә килде.

Туғыҙынсы класс уҡыусыһы уҡытыусыға һәм уҡыусыларға һөжүм иткән
Туғыҙынсы класс уҡыусыһы уҡытыусыға һәм уҡыусыларға һөжүм иткән

Бөгөн ҡорал тотоп алған уҡыусы гимназияға һөжүм иткән. Бәхеткә, зыян күреүселәр юҡ.


Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ғәҙәттән тыш хәл урынына – Өфөнөң 16-сы гимназияһына килде. Бөгөн бында уҡыусы уҡытыусыға һәм уҡыусыларға һөжүм иткән. Республика етәксеһе хәбәр итеүенсә, зыян күреүселәр юҡ. Әле хоҡуҡ һаҡлаусылар ваҡиға сәбәптәрен тикшерә.

Бынан алда Башҡортостандың Тәфтиш комитеты Өфө мәктәбендә ғәҙәттән тыш хәл буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатты. Шулай уҡ Радий Хәбиров Ғәҙәттән тыш хәл факты буйынса рәсми комментарий бирҙе. Ысынында иһә туғыҙынсы класс уҡыусыһының ҡулында уйынсыҡ ҡорал булған.

18+

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-02-03/glava-bashkirii-pribyl-na-mesto-chp-v-shkolu-ufy-4562397 


Фото: Азат Ғиззәтуллин / Башинформ

Автор: Ильфира Аккужина
Читайте нас