Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Февраль , 11:54

“Һуғым ите – табын күрке”

Яңы йылға аяҡ баҫыр алдынан ауылдарыбыҙҙа оҙон ҡышҡа ризыҡ хәстәрләү кеүек матур мәшәҡәттәр менән геү килде халыҡ. Шулай булмай ни, быйыл был мөһим эш бер ни тиклем һуңға ҡалып та китте, ҡыш үҙенең хакимлығына бик оҙаҡ инде. Башҡа халыҡтарҙа нисектер, әммә беҙҙең башҡорт ғаиләләрендә был йола мотлаҡ атҡарыла торған йәшәйеш ҡағиҙәһенә әйләнгән. Һуғым осоро – етеш тормош, именлек, бәрәкәт, ҡот билдәһе, тигән боронғолар.Йомағужа мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә бына ошо матур йолаға арналған күркәм байрам сараһы уҙҙы.

“Һуғым ите – табын күрке”
“Һуғым ите – табын күрке”

“Һуғым ите – табын күрке” тип исемләнгән берҙәм хеҙмәт, йыр-моң тантанаһы Рәсәйҙә иғлан ителгән “Ҙур һәм татыу ғаилә йылы” сиктәрендә үтте. Ҡунаҡсыллығы менән дан алған ҡыпсаҡ уңғанбикәләре был көндө районыбыҙҙың төрлө ауылдарынан йыйылған ағинәй ойошмалары вәкилдәрен ҡаршыланы. Байрам барышында тәжрибәле инәй-апайҙар үҙҙәре атҡарған һуғым йолалары тураһында һөйләне, табын күрке – хан һыйына тиң тултырма, ауыҙҙа иреп кенә торған ҡаҙы эшләү серҙәре менән бүлеште. Фәһемле сығыштар дәртле йыр-бейеүҙәр менән үрелеп барҙы.
Байрамдан тулы репортажды гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.

Автор фотоһы.

“Һуғым ите – табын күрке”
“Һуғым ите – табын күрке”
“Һуғым ите – табын күрке”
“Һуғым ите – табын күрке”
“Һуғым ите – табын күрке”
“Һуғым ите – табын күрке”
“Һуғым ите – табын күрке”
“Һуғым ите – табын күрке”
Автор: Зубаржат Гидиатова
Читайте нас