

«Айыҡ ауыл» конкурсы Республикала 2011 йылдан алып уҙғарыла. 2019 йылдан проект Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән ҡабаттан тергеҙелә. Ошо арауыҡ эсендә 3000-дән ашыу ауыл проектта ҡатнашҡан, улар араһында муниципаль этап еңеүселәре, республика этабы еңеүселәре билдәләнгән.
Бәйге үткәрелеү арауығында бик күп тематик «түңәрәк өҫтәл» үткәрелгән, мәҙәни-мәғрифәт, спорт саралары ойошторолған, конкурсҡа күп кенә ирекмән йәлеп ителгән. Шулай уҡ ошо осорҙа спорт майҙансыҡтары, ял парктары төҙөлгән, ауыл урамдары, йәмәғәт биләмәһе, ауыл мәҙәниәт йорттары, мемориал һәйкәлдәр яңыртылған...
«Айыҡ ауыл» республика конкурсын ойоштороусылар – «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» халыҡ-ара йәмәғәт берекмәләре союзы, республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Һаулыҡ һаҡлау, Мәғариф һәм фән, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтары, республиканың башҡа ведомстволары. Конкурсҡа ярашлы саралар Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында Башҡортостан Башлығы гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла.
Конкурс йылдан-йыл популярлаша бара һәм республика даны Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә тарала. Башҡортостан тәжрибәһе менән Удмурт Республикаһы, Татарстан, Яҡутстан, Һарытау, Свердловск, Ырымбур, Силәбе өлкәләре, Пермь крайы әүҙем ҡыҙыҡһына, оҡшаш саралар уҙғара.
Һуңғы йылдарҙа проектта барлыҡ райондарҙың да көс һынауы мәғлүм. Һөҙөмтәлә сәләмәт тормош рәүешен үҙ иткән, айыҡ тормош алып барған, төрлө үҙешмәкәр коллективтарҙа һәм спорт түңәрәктәрендә шөғөлләнгән кешеләрҙең күбәйеүе, иҫерткес эсемлектәрһеҙ үткән байрамдар һәм сараларҙың артыуы күҙәтелә. Шунан сығып конкурс йылдан-йыл камиллаша бара тип әйтергә мөмкин. Ҡатнашыусылар яңы форматтар эҙләй, төрлө фәһемле саралар үткәрә, ҡайһы бер райондар берләшеп ниндәйҙер идеяларҙы тормошҡа ашыра, күрше өлкәләрҙе лә тәжрибә уртаҡлашырға саҡыра. Ғөмүмән, Башҡортостандың «Айыҡ ауыл»ды ойоштороу, үткәреү тәжрибәһе башҡа төбәктәр өсөн ҡыҙыҡлы, ул уникаль күренеш булып тора. Конкурстың ойоштороусылары, координаторҙары булараҡ, хеҙмәттәшлек өсөн һәр саҡ асыҡ, эш тәжрибәләре менән уртаҡлашырға әҙер һәм «Айыҡ ауыл» проектының бөгөнгө көндә етди норматив базаһы, аныҡ һөҙөмтәләре бар.
Сағыштырмаса ҡыҫҡа ваҡыт эсендә социаль әһәмиәтле конкурс үҙенең һөҙөмтәлелеген, көнүҙәклеген раҫланы. Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә лә илдә алкоголь ҡулланыуҙың һиҙелерлек кәмеүен билдәләй. Был, һис шикһеҙ, милләттең һаулығында ыңғай сағылыш таба. Республикабыҙҙа «Айыҡ ауыл» конкурсын үткәреп, ҡуйылған бурыстарҙы әкренләп үтәү традицияға әүерелеп бара. Был ауылдарҙа йәшәүселәр бик әүҙем, улар айыҡ йәшәү рәүешен киң пропагандалауға юл ҡуя тигәнде аңлата. Тимәк, беҙҙә сәләмәт, бәхетле ғаиләләр тағы ла күбәйә. Ауылдарҙы төҙөкләндереү ғаилә мөхитен яҡшыртыуға ыңғай йоғонто яһай, рухи ҡиммәттәребеҙҙе, йолаларыбыҙҙы үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә. Йыл һайын билдәләнгән уникаль тәжрибәләр, иң яҡшы идеялар башҡаларға ла алға этәргес бирә.
Районыбыҙ ауылдары ла был конкурста бик теләп ҡатнаша һәм ҙур уңыштарға өлгәшә. Мәҫәлән, Сәләх ауылы «Айыҡ ауыл – 2021» Республика конкурсында бәләкәй ауылдар араһында еңеүсе булып сыҡты. Бүләккә алынған 3 миллион һумлыҡ сертификат иҫәбенә Сәләх ауылында ял паркы төҙөү һәм Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары һәйкәлен яңыртыу эштәре башҡарылды.
Шулай уҡ Юлдыбай ауылы «Эре тораҡ пункттар» араһында өсөнсө урын яуланы һәм 3 миллион һумлыҡ сертификат алып ауылдағы паркты төҙөкләндереүгә һәм техника өсөн махсус тағылма һатып алыуға тотонғандар.
Ә үткән йылда башланып әлеге мәлдә дауам иткән «Айыҡ ауыл – 2025» конкурсында Матрай ауылы ҡатнаша.
Матрай ауылы районыбыҙҙың тигеҙ һәм матур территорияһында урынлашҡан. Унда татыу ҙа, уңған да халыҡ йәшәй. Шулай уҡ билдәле ғалимдары, ҡурайсылары, бейеүселәре, фән эшмәкәрҙәре һәм уҡытыусылары менән дан тотҡан был ауыл республика һәм район сараларында әүҙемлек күрһәтә.
Бөгөнгө яҙмабыҙҙа улар тураһында уҡығыҙ!
***
Үткән аҙнала «Айыҡ ауыл – 2025» республика этабына әҙерләнеүсе Матрай ауылының ойоштороу комитеты сираттағы йыйылыш үткәрҙе. Был сарала район хаҡимиәте башлығы урынбаҫары Илшат Рәшит улы Солтангәрәев, район башҡорттары Ҡоролтайы рәйесе Гөлсәсәк Садыҡ ҡыҙы Иғдәүләтова, ауыл биләмәһе башлығы Руслан Ислам улы Йәрмөхәмәтов, Ҡашҡар ауыл биләмәһе башлығы Зөһрә Рәфҡәт ҡыҙы Зәйнуллина һәм уҙған йылдарҙағы «Айыҡ ауыл» республика бәйгеһе еңеүселәре – Юлдыбай ауыл биләмәһе башлығы Илнур Илшат улы Ҡорбанғәлиев, Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһе башлығы Рөстәм Мөхтәр улы Тотманов ҡатнашты.
Был йыйылыш алып барылған эште анализлау, алдағы уҙғарыласаҡ сараларҙы планлаштырыу, тәжрибә уртаҡлашыу форматында уҙҙы.
***
«Айыҡлыҡ йәшәү рәүешенә әүерелһен!» тигән девиз менән йәшәгән матрайҙар эште һәр ваҡыт профилактик сараларҙан башлай. Был юлы ла улар байрам сараларын ойоштороу комиссияһы активистары менән профилактик рейдтарҙан башланы. Уның барышында алкоголле эсемлектәрҙең зарары тураһында буклеттар таратыу, кибет һатыусылары менән әңгәмә үткәреү, хәүефле тип иҫәпләнгән граждандар менән осрашыу һәм күп фатирлы йорттар янына профилактик яҙмалар менән тулыланған мәғлүмәт ҡағыҙҙары ҡуйыуҙы ойошторҙо.
***
«Айыҡ ауыл – 2025» конкурсы сиктәрендә генә түгел, ғөмүмән әйткәндә Матрай ауылында эшләп килген изге йорт – «Мөхәммәтрәхим» мәсетендә Ислам дине нигеҙҙәрен өйрәнеү дәрестәре дауам итә. Ауылдың ағинәйҙәре һәм аҡһаҡалдары ауылдаштарын ошо бәйгелә ҡатнашыуын ҙур теләк менән күтәреп сыға. Йәштәргә изге ниәттәр ҡылып, уларҙы айыҡ тормош алып барырға саҡырған оло быуын кешеләре бөгөн бәйгелә ҡатнашыусы Матрайҙарға уңыштар теләй.
***
Ауылдан ситтә йәшәгән яҡташтары ла был конкурста ҡатнашҡан замандаштарына ҙур өмөттәр бағлай. Мәҫәлән Себер тарафтарында йәшәүсе Ғәзиз Иҫәндәүләтов ҡыҫҡа ғына ял мәлдәрендә лә ҡайтып үҙ ауылының тормошона ҙур өлөш индерә. Дуҫтары менән берлектә ул өмәләр ойоштора, ауыл биләмәһе ойошторған зыярат кәртәләү буйынса башҡарылған эштәрҙә ҡатнаша. Балалар һәм ололар өсөн уңайлаштырылған «Дуҫлыҡ» ял итеү паркына ултырғыстар, бәүелсәктәр әҙерләү ҙә тап уның теләге, көсө менән булдырылған икән.
***
Алда яҙып үтеүебеҙсә Матрай ауылында эшһөйәр ҙә, уңған да халыҡ йәшәй. Улар араһында аш-һыуға оҫта булған ҡатын-ҡыҙҙар бик күп. Рәлиә Сөләймәнова менән Гөлгөнә Теүәлбаева төрлө тәм-томдар бешерергә бик әүәҫ.
Йәш ғаиләләр – Рәлиә һәм Камил Сөләймәновтар менән Гөлгөнә һәм Рәил Теүәлбаевтар ауылдың биҙәге. Матур, аҡыллы балаларға ғүмер бүләк иткән матур парҙар ауылдың киләсәге булып тора. Ишле ғаиләләр заманса йорттар төҙөп бөгөнгө йәштәргә өлгө булып йәшәй.
Фотолар «Бәйләнештә»ге «Айыҡ ауыл – 2025» Матрай ауылы төркөмөнән алынды.