Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
11 Февраль , 09:50

Изге Рамаҙан айы яҡынлаша...

Ә һеҙ уға әҙерһегеҙме? Ураҙа тотоусылар өсөн бигерәк тә организмды ныҡлы әҙерләргә кәңәш ителә.  Бының өсөн врач-терапевт кәңәштәрен бирә, уҡығыҙ! 

Изге Рамаҙан айы яҡынлаша...Изге Рамаҙан айы яҡынлаша...
Изге Рамаҙан айы яҡынлаша...

Рамаҙан айына нисек организмды әҙерләргә?
Көтөп алған изге Рамаҙан айы етеп тә килә. Ошо уңайҙан врач-терапевт Әлфиә Алтынбаеваның кәңәштәрен тәҡдим итәбеҙ

"Көтөп алған изге Рамаҙан айы етеп тә килә. Һау организмға ла был стресс, һынау. Нисек кенә дөрөҫ итеп тукланһаң да, Ураҙа айының икенсе яртыһында организм туҡлыҡлы матдәләргә ҡытлыҡ кисерә. Организм "дефицит торошҡа" китеп һәм дә режим үҙгәреүенән һаулыҡ ҡаҡшамаһын өсөн алдан иҫкәртеү сараларын иҫкә төшөрәйек:

⁃ төп дөйөм анализдар тапшырырға:
ОАК, ОАМ( русса аббревиатуралары), ҡан шәкәре;
⁃ хроник сирҙәрҙе дауаларға, сәләмәтләнеу процедуралары үтергә;
⁃ организмды витамин, минералдар менән тулыландырырға (витаминлы туҡлыҡлы азыктар, поливитаминдар);
⁃ ашҡаҙан-эсәкте әҙерләргә (үт ҡыуыусы үләндәр төнәтмәһе эсеп алырға, сорбенттар ҡулланырға);
⁃ алдан аҙнаһына 1 -2 көн Ураҙа тотоп алыу
ысулдары ла бар;
⁃ изге ай башланырға ике аҙна тирәһе ҡалғас, туҡланыу режимын Ураҙа тотоу режимына якынлаштырырға: иртәнге аш бераҙ иртәрәк булһын, төшкө аштың күләмен яртылаш кәметеп, иртәнге һәм киске ашҡа бүлеп күсерергә.
Төп өс аш араһында ҡапкылап алыуҙан баш тартыу ашҡаҙан һутының бүленеп сығыуын кәметә, был инде асығыу интервалын оҙайта.

Организмды ни тиклем алдан әҙерләһәк, шул тиклем еңел һәм файҙалы булыр был изге осор".

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2023-02-13/rama-an-ayyna-nisek-organizmdy-erl-rg-3140678 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас