

Ашҡаҙар ауылында тыуып үҫкән егет һәм ҡыҙ бер-береһен бала саҡтан уҡ бик яҡшы белә. Күмәк балалы ишле һәм татыу ғаиләлә үҫә улар. Әхтәм Ғәзизйән улы бер ҡыҙ, биш малай араһында үҫкән кинйәкәй булһа, Хөмәйрә Әсҡәт ҡыҙы бер малай һәм биш ҡыҙ араһында өсөнсө бала булып буй еткерә. Шундай ҙур һәм татыу ғаиләләрҙә бер-береһенә хөрмәт, ихтирам һәм иғтибар тойоп өйрәнгән мәҡәлә геройҙарым бөгөнгө көндә Ашҡаҙар ауылының ғына түгел, ғөмүмән, районыбыҙҙың өлгөлө ғаиләһе булып тора.
Ғаилә башлығы Һабыр урта мәктәбен тамамлағандан һуң белемен Юлдыбай һөнәрселек училищеһында дауам итә. Тракторист, водитель һөнәрҙәрен үҙләштергәндән һуң армияға алына. Хеҙмәтен Мәскәү ҡалаһында үтеп ҡайтҡас «Һабыр» совхозында механизатор булып эш башлай. Совхоз тарҡалғандан һуң «Ашҡаҙар» артелендә хеҙмәт юлын дауам итә. Ауылдаштары араһында хөрмәткә лайыҡ булған Әхтәм ағайҙы күптән инде ауыл Советы депутаты итеп һайлағандар. Бына инде ун йылдан ашыу депутат йөгөн тарта ул. Үҙенә күҙ терәп килгән һәр кемгә ярҙам итергә әҙер булған Әхтәм Ғәзизйән улы ауыл биләмәһендә, район кимәлендә булһынмы һәр ваҡыт барлыҡ сараларҙа ҡатнаша. Әүҙемлеге менән айырылып торған ғаилә башлығы спорт менән дә шөғөлләнә, спорт уйындарында ҡатнаша. Улай ғына ла түгел, ауылдаштарын бергә туплап, төрлө мәҙәни сараларҙа, өмәләрҙә ла ҡатнаша улар.
Йорт хужабикәһе Хөмәйрә Әсҡәт ҡыҙы Баймаҡ интернат-мәктәбендә уҡығандан һуң Һабыр урта мәктәбен тамамлай. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия университетының Башҡорт филологияһы факультетында уҡып сыға. Заманында шаулап эшләп торған Ашҡаҙар туғыҙ йыллыҡ мәктәбендә Хөмәйрә Әсҡәт ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. 2012 йылдағы оптималләштереү ваҡиғалары сәбәпле ауыл мәктәбе ябыла... Шулай булыуға ҡарамаҫтан, эш юҡ тип юғалып ҡалмай Хөмәйрә апай, артабан да уның ҡул ҡаушырып ултырырға ваҡыты булмай, баҡса тултырып йәшелсәһен дә, емеш-еләген дә үҫтерә. Тормош иптәше менән күпләп мал, ҡош-ҡорт үрсетергә тотона улар. Ғаилә башлығы ағас эше менән булыша башлай. Ғөмүмән әйткәндә, бар тырышлыҡтарын һалып, балаларын аяҡҡа баҫтырырға тигән маҡсат менән ғүмер итеүҙәрен дауам итәләр.
– Балаларыбыҙҙы бер ҡасан да эшһеҙ ултыртып ҡуймайбыҙ. Уларҙа хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләргә тырышабыҙ. Өс улыбыҙ ҙа атайҙары кеүек бөтә төр техниканы белә. Тормош иптәшемдең уң ҡулы булып, һәр ауыр эштә оло ярҙамсы улар. Урман эше, бесән мәле булһынмы – улар менән эшләүе күпкә еңел. Ҡустыларына өлгө, минең таянысым, иң яҡын кәңәшсем булған бер бөртөк ҡыҙыбыҙ ҙа юғары белем алып уңышлы эшләп йөрөй. Олоно оло итеп, кесене кесе итеп күрергә өйрәтәбеҙ балаларыбыҙға. Туған йәнле булып, киләсәктә лә бер-береһенә терәк булып йәшәргә кәрәклеген дә балаларыбыҙ аңлай. Улар менән ғорурланабыҙ, үҙебеҙ кеүек тырыш, уңған кеше булып йәшәүҙәренә хәлебеҙҙән килгән тиклем ярҙам иттек һәм итәсәкбеҙ, – тип һөйөнә әсәй кеше.
Солтанғужиндарҙың ҡыҙҙары Менәүерә бөгөн Сибай ҡалаһында йәшәй, Сибай ҡалаһы буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығы бүлегенең административ хоҡуҡты үтәү төркөмө буйынса өлкән инспектор булып эшләп йөрөй. Ата-әсәһенең һөйөнөсө булған Арыҫлан исемле ейән дә бүләк иткән ул. Солтанғужиндарҙың улдары Әғзәм өйләнеп Баймаҡ ҡалаһында йәшәй, Ильяс улдары И.Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжын тамамлап Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатында уңышлы эшләп йөрөй. Кинйәтәүҙәре Илнур Йылайыр ауылының Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһының ун беренсе класс уҡыусыһы.
Районыбыҙҙа һәр ғаилә шулай үҙенсә бәхетле, уларҙың һәммәһенең дә үҙҙәренә генә хас шатлыҡ-ҡыуаныстары бар, бәхет серҙәре лә үҙенсәлекле. Ә быларҙың барыһы ла ыңғай ғына барыуына иң мөһиме – быуын сылбырҙарының ныҡ булыуы, уның өҙөлмәүенә бәйлелер. Солтанғужиндарҙың ғаиләһендә лә быуындар бәйләнешенә ныҡлы иғтибар бирелә. Уларҙың ике яҡлап та туған йәнле булыуы балаларына матур өлгө. Быйылғы 2026 йылда иғлан ителгән «Ҙур һәм татыу ғаилә йылы» тигән исемле йылға ла был татыу пар ыңғай ҡарашта.
Әхтәм Ғәзизйән улы һәм Хөмәйрә Әсҡәт ҡыҙы ауыл тормошонда ла ҡайнап йәшәй. Һәр мәҙәни сара улар ҡатнашлығында үтә. Хөмәйрә апай ҡатын-ҡыҙҙар ансамблендә йырлаһа, Әхтәм ағай улы Илнур менән ҡурайҙа, баянда уйнап, һәр сараның биҙәге булып тора. Ғаилә традицияларын һаҡлап Солтанғужиндар йыл да Яңы йыл, тыуған көн байрамдарын бергә үткәрергә тырыша. Йәйгеһен бергәләшеп тәбиғәт ҡосағында ял итергә, еләк-емеш йыйырға ярата улар. Ашҡаҙар ауылында заманса йыһазландырылған төп йортта йәшәгәнгә күрә, Солтанғужиндарҙан туғандар, дуҫтары өҙөлмәй, уларҙың ишектәре яҡын кешеләре өсөн һәр ваҡыт асыҡ. Йылы һүҙ, яҡты ҡараштары менән ҡаршы алып, һәр туғанына һый-хөрмәт күрһәтеп оҙата улар.
Ауылда кешене хеҙмәт йәшәтә, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Тырышып, дөрөҫөрәге ҡояш менән бергә уянып, мал-тыуар көтөп йәшәһәң, уның файҙаһын дөрөҫ итеп ҡулланһаң, етеш тормош көтөргә була.
– Ауылыбыҙҙа, Аллаға шөкөр, һәр йортта газ үткән, һыу ингән, интернет селтәре эшләп тора. Һәр өй ихатаһында машина, тракторҙар бар. Беҙ үҙебеҙҙең тырышып донъя көтөп йәшәгән ауылдаштарыбыҙға ҡарап һоҡланабыҙ, ҡыуанабыҙ. Донъяларыбыҙҙың тынысланып китеүен генә ҙур теләк менән көтәбеҙ, – ти Солтанғужиндар.
Бына шундай ғаиләләре менән дан тота Ашҡаҙар ауылы. Татыу ғаилә – бәхетле ғаилә тиҙәр ундайҙар хаҡында. Солтанғужиндар бер-береһен хөрмәтләй, ҡәҙерләй, бәлки шуғалыр ҙа уларҙың ғаиләһе берҙәм һәм татыу. Үҙ ара мөнәсәбәттәре, ышаныс, аңлауға нигеҙләнгән Солтанғужиндар нәҫеле тағы ла артһын, Әхтәм Ғәзизйән улы менән Хөмәйрә Әсҡәт ҡыҙына балаларының, туғандарының ҡәҙер-хөрмәтендә оҙаҡ йылдар бәхетле йәшәргә насип булһын.