Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
11 Февраль , 05:43

Спорт – тормошта ҙур ярҙамсы

Уҡытыусылар һәм балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәре «Һаулыҡ» спартакиадаһында ҡатнашты. Сара белем биреү учреждениелары профсоюзы башланғысы менән үтте. Шуны ла әйтергә кәрәк, бындай ярыш матур йолаға әүерелеп, йыл да уҙғарылып килә. Унда педагогия хеҙмәткәрҙәре ярышып ҡына ҡалмай, аралаша, кәңәшләшә.Ярышты асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов ҡатнашты. Спортҡа тартылған педагогтарҙы, белем биреү учреждениеһы хеҙмәткәрҙәрен маҡтап телгә алды, сәмле ярыштар теләне.

Спорт – тормошта ҙур ярҙамсыСпорт – тормошта ҙур ярҙамсы
Спорт – тормошта ҙур ярҙамсы

Ярыш программаһына биш спорт төрө инде: йөҙөү, волейбол, шахмат, өҫтәл теннисы һәм пневматик винтовканан атыу. Спорт ҡыҙыҡһыныуы, еңеүгә ынтылыш, шул уҡ ваҡытта бик йылы һәм дуҫтарса атмосфера көн дауамында хөкөм итте.
Шулай ҙа, ярыш булғас еңеүселәре лә була тигәндәй, осрашыуға килеүсе командалар араһында призерҙар билдәләнде. Дөйөм иҫәптә еңеүсе булып Н.Р.Ириков исемендәге урта мәктәбе командаһы танылды, икенсе урынды Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы, өсөнсө урынды Юлдыбай ауылының М.Әбсәләмов исемендәге урта мәктәбе командалары яуланы.
Лайыҡлы конкуренцияны башҡа ҡатнашыусылар ҙа күрһәтте: Бәрҙәш, Йомағужа, Һабыр, Матрай ауылы мәктәптәренән килгән командалар, Иван -Ҡыуалат һәм Кананикольск ауылдары мәктәптәренең берләшкән йыйылма командаһы. Район үҙәгенең мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларының йыйылма командаһы ла бик яҡшы сығыш яһаны. Йомғаҡлау барышында улар юғары баһаланды һәм бишенсе урынға сыҡты.

Евгений Гордов фотолары.

 

Спорт – тормошта ҙур ярҙамсы
Спорт – тормошта ҙур ярҙамсы
Спорт – тормошта ҙур ярҙамсы
Спорт – тормошта ҙур ярҙамсы
Спорт – тормошта ҙур ярҙамсы
Спорт – тормошта ҙур ярҙамсы
Спорт – тормошта ҙур ярҙамсы
Спорт – тормошта ҙур ярҙамсы
Спорт – тормошта ҙур ярҙамсы
Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас