Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Февраль , 14:06

750-шәр мең һум түләнәсәк

.

750-шәр мең һум түләнәсәк
750-шәр мең һум түләнәсәк

Республика агросәнәғәт комплексының йәш белгестәренә йәнә 750-шәр мең һум түләнә
Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы дәүләт ярҙамы алыу өсөн конкурста ҡатнашырға теләгән йәш белгестәрҙән документтар ҡабул итә башланы.

Был агросәнәғәт комплексының кадрҙар потенциалына булышлыҡ итеү буйынса республика программаһы ярҙамында бойомға ашырыла. Программа ауыл хужалығы ойошмаларының йәш белгестәренә 750-шәр мең һумлыҡ «дәртләндереү» аҡсаһы бүлеүҙе күҙ уңында тота.

«Икенсе йыл «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү» милли проекты эшләй, уның сиктәрендә «Агросәнәғәт комплексында кадрҙар» федераль проекты булдырылды. Беҙгә 2030 йылға агросәнәғәт комплексы предприятиеларын 95% тиклем белгестәр менән тәьмин итеү мөһим», — тип белдерҙе республика хөкүмәт вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы сайтында алырға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/nacproject/2026-02-11/molodye-spetsialisty-apk-bashkirii-vnov-poluchat-po-750-tysyach-rubley-4574443


Фото: матбуғат хеҙмәте / Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы.

Автор: Ильфира Аккужина
Читайте нас