Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Февраль , 16:01

Үҙ һөнәренең оҫтаһы

Алыҫ себер тарафтарында иретеп йәбештереүсе булып эшләп йөрөүсе яҡташыбыҙ Фаил Торошев та тәү ҡарауға ябай кеүек күренгән, әммә  беҙ белмәгән әллә күпме нескәлектәре булған ошо һөнәрҙе һайлаған һәм бына инде 21 йылдан артыҡ был өлкәлә тырышып хеҙмәт итә.

Үҙ һөнәренең оҫтаһы
Үҙ һөнәренең оҫтаһы

Ул Үрге Ғәле ауылында тыуып үҫкән.  Урындағы мәктәпте тамамлағас Юлдыбай һөнәрселек училищеһында иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә. Магнитогорск ҡалаһында тәжрибә туплағандан һуң Төньяҡ Себергә юллана. Бованенковола, Пангодыла,  2021 йылдан Надым филиалында вахта ысулы менән эшләй. Ошо ваҡыт эсендә һөнәренең бар нескәлектәренә төшөнөп өлгөргән егет,  йылдар дауамында тупланған тәжрибәһен һөнәрмәндәр ярышында һынап ҡарарға булған һәм үҙ һөнәренең оҫтаһы тип табылған.

  • Телевизорҙан иң яҡшы иретеп йәбештереүселәр тураһында күп тапшырыуҙар ҡарағаным булды. Компанияла эшләй башлағас иретеп йәбештереүселәрҙе хеҙмәт Фестивале программаһына индереүҙәрен көттөм, ҡатнашыусылар араһында булырға хыялландым, – тигән ул урындағы баҫмаға биргән интервьюһында.

Бәйгелә егеткә ваҡыт нормаларын үтәп хәрәкәтһеҙ хәлдә булған ике деталде  сифатлы итеп иретеп йәбештереү бурысы йөкмәтелә.  

–  Задание минең өсөн ауыр булмаһа ла, баһалама ағзаларының эш барышын ентекле күҙәтеүе тулҡынландырғыс мәл булып иҫтә ҡалды. Металдарҙың технологияһын һәм үҙенсәлектәрен белеү генә етмәй. Бында йылдар буйына камиллаштырылған күнекмәләр мөһим роль уйнай, шулай уҡ яуаплылыҡ та,  уяулыҡ та кәрәк. Шулай иткәндә генә эште етешһеҙлектәрһеҙ башҡарып сығырға була, – тип аңлата иретеп йәбештереүсе.

Егет билдәләүенсә ҡул сваркаһы менән иретеп йәбештереү киң ҡулланылһа ла яйлап үҙенең популярлығын юғалта бара. Хәҙерге көндә аргон һәм ярым автомат менән иретеп йәбештереүгә өҫтөнлөк бирелә. Ысынлап та заманса материалдар һәм деталдәр менән эш итеү, металл булмаған әйберҙәрҙе иретеп йәбештереү өсөн ҡатмарлы аппараттар һәм яңы ысулдар талап ителә. Шуға күрә  бөгөнгө көндә тап Фаил кеүек белгестәрҙең баһаһы арта ғына бара. Уларҙың оҫталыҡтары,  тәжрибә менән уртаҡлашыуы яңы кадрҙар әҙерләүҙә мөһим роль уйнай. Фаил да ойошмала практика үтеүсе йәштәргә үҙе белгәндәрҙе өйрәтә, иретеп йәбештереүсе һөнәренең нескәлектәре менән бүлешә.

  • Беҙҙең ойошмала, коллегам менән минең ҡул аҫтында практика үткән студенттың, ошо тармаҡ буйынса һуңынан үҙе уҡыған уҡыу йортонда үткәрелгән конкурста призлы урын яулауын ишетеү беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс булды, ти был хаҡта Фаил Фазылйән улы. – Тимәк тырышлығыбыҙ бушҡа китмәгән.
Автор: Розалия Такалова
Читайте нас