Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Февраль , 16:04

Яугир иҫтәлегенә арналды

Яугир- интернационалистарҙы иҫкә алған көнөдө Йомағужа ауылының “Хәтер” мемориал комплексында яҡташыбыҙ Рафаэль Ҡолһариндың яҡты иҫтәлегенә арналған митинг булып үтте.

Яугир иҫтәлегенә арналды
Яугир иҫтәлегенә арналды

Был сарала «Хәрби Туғанлыҡ» Бөтә Рәсәй хәрби ойошмаһының Йылайыр районы бүлексәһе етәксеһе Рөстәм Ураҡов, район ветерандар Советы рәйесе Надежда Булавина, уҡытыусылар, мәктәп уҡыусылары, килгән ҡунаҡтар, яугирҙең туғандары һәм ауыл халҡы ҡатнашты.

Сараны Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһе башлығы Рөстәм Тотманов асты:

  • Йыл һайын ошо көндө беҙ яуҙа һәләк булған егеттәребеҙҙе иҫкә алабыҙ. Афған һуғышы тамамланыуға байтаҡ йылдар үтһә лә, ҡан ҡойошта башын һалған, унда ҡатнашҡан ауылдаштарыбыҙҙы онотмайбыҙ һәм һәр ваҡыт хөрмәтләп иҫкә алабыҙ, - тине сарала ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп.

Артабан һүҙҙе район үҙәге вәкиле Н.И Булавина алды. “Бөгөн беҙ Рафаэль Ҡолһарин менән бергә үҙҙәренең сәләмәтлеге һәм ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып,  тыуған ил алдында бурысын үтәгәндә батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәткән барлыҡ райондаштарыбыҙҙы иҫкә алабыҙ, уларҙы онотмайбыҙ”, -тип билдәләне. Йыйылышта ҡатнашыусыларҙың һәммәһенә лә иҫәнлек-һаулыҡ теләне.

Һуңынан митингта ҡатнашыусылар һәләк булған яугирҙәрҙе бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды, мемориалға, Рафаэль Ҡолһарин йәшәгән йортта ҡуйылған таҡтаташҡа сәскәләр һалды.

Сараның икенсе өлөшөндә барыһы ла мәктәп бинаһының спорт залына йыйылды. Унда йола буйынса яугир-интернационалист Рафаэль Ҡолһариндың яҡты иҫтәлегенә милли көрәш буйынса турнир үткәрелде.  Быйылғы турнирҙа Йылайыр, Юлдыбай һәм Матрай ауылдары мәктәптәренән барлығы 4 команда ҡатнашты.

Сараны асыу тантанаһында ҡатнашыусыларҙы йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт бүлеге начальнигы Фәрит Әбделмәнов, «Хәрби туғанлыҡ» Бөтә Рәсәй хәрби ойошмаһының урындағы бүлексәһе етәксеһе Рөстәм Ураҡов сәләмләне, ҡатнашыусыларға ғәҙел көрәш теләне. Рафаэль Ҡолһариндың балалыҡ дуҫы, Хәйбулла районан килеүсе Зәйнулла Ғәниев яугир тураһында яҡты иҫтәлектәре менән бүлеште, дуҫының ваҡытында бил бирмәҫ көрәшсе булыуын билдәләне.

Баш судья Айҙар Байсурин ярыш шарттары менән таныштырғандан  һуң келәмдә ныҡышмалы көрәш башланды.  Көнө буйы барған ҡыҙыу ярышта иң көслө үҫмерҙәр төрлө үлсәү ауырлығында көрәште. Бәйгелә һәр кемгә көсөн һынау, етеҙлеген дәлилләү мөмкинлеге бирелде.

Яугир иҫтәлегенә арналды
Яугир иҫтәлегенә арналды
Автор: Розалия Такалова
Читайте нас