Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Февраль , 14:35

Ирекмәндәргә ҙур рәхмәт!

Бөгөнгө ауыр ваҡиғаларҙы кисереп, ил алдындағы хәрби бурыстарын үтәп йөрөүсе яугирҙәребеҙгә һәр райондашыбыҙ төрлө яҡлап ярҙам итергә ашығып тора. Һалдаттарыбыҙ өй йылыһын тойоп, аҙға ғына булһа ла күңел йылылығына төрөнһөн өсөн ирекмәндәребеҙ күп кенә эштәр башҡара.Ошо көндәрҙә социаль селтәрҙәрҙә Ҡашҡар ауылынан йәш ирекмән Нуршат Шәрипов тураһында яҙмалар барлыҡҡа килде. Беҙ ҙә был кескәй егет тураһында бер нисә тапҡыр яҙғаныбыҙ булды. Ул яугир егеттәргә ярҙам итеп, ирекмәнлек менән күптән булыша.

Ирекмәндәргә ҙур рәхмәт!
Ирекмәндәргә ҙур рәхмәт!

Икенсе генә класта уҡыуына ҡарамаҫтан Нуршат ата-әсәһе менән махсус хәрби операция зонаһында йөрөүсе егеттәргә ҙур ярҙам күрһәтә. Патриот рухлы Шәриповтар бөгөн окоп шәмдәре әҙерләй.
Шәриповтарҙың изгелеге ерҙә ятып ҡалмаҫ, барлыҡ яугир яҡташтарыбыҙ исеменән уларға оло рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ!
Шулай уҡ Исҡужа ауылынан Гөлсинә апай Аҡтаева ла ирекмәндәр рәтенә ҡушылып, яугирҙәргә йылы әйберҙәр һәм медицина кәрәк-яраҡтары әҙерләгән. Гөлсинә апайға оло рәхмәтебеҙҙе әйтәбеҙ!

Фотолар «Преображенск» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенең «Бәйләнештә» төркөмөнән алынды.

Автор: Ильфира Аккужина
Читайте нас