Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Февраль , 15:14

Үрнәк алырлыҡ йәштәребеҙ бар

Белем биреү учреждениеларын «Уҡыуҙа айырыуса яҡшы уңыштары өсөн» миҙалына тамамлаған сығарылыш класс уҡыусылары – район ғорурлығы. Йылайырҙағы Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт гимназияһын 2024-2025 йылда тамамлаусы егет һәм ҡыҙҙар ҙа районыбыҙ намыҫын юғары кимәлдә яҡланы һәм дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын уңышлы үтеп, имтихандар һөҙөмтәләрен миҙалдары менән раҫлап, ҡулдарына гел яҡшы билдәләрҙән торған аттестат алды. Гимназияның 5 уҡыусыһы алтын һәм 3 уҡыусыһы көмөш миҙал алып ҡыуанды. Мәктәп йылдары бик ауыр, йырып сыҡмаҫлыҡ кеүек тойолһа ла, барлыҡ һынауҙарҙы артылып, уҡыусылар өсөн бер аҙ стресс булып торған имтихандарҙы ла уңышлы тамамлап, ҡулдарына юғары билдәләр менән өлгөргәнлек аттестаттарын алған был йәштәр әле үҙҙәре теләгән юғары уҡыу йорттарында белем алып йөрөй. Бөгөнгө яҙмабыҙҙа маҡсаттарына ирешеп, үҙҙәренә ышаныс белдергән, ниндәйҙер кимәлдә дөрөҫ йүнәлеш биргән уҡытыусыларының хеҙмәтенә, йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, төрлө ҡалаларҙа тырышып уҡыған йәштәребеҙ тураһында яҙып үтмәксебеҙ.  

Үрнәк алырлыҡ йәштәребеҙ бар
Үрнәк алырлыҡ йәштәребеҙ бар

Ғәзизә Ҡолһарина.
Гимназияла үткәрелгән сараларҙа, математика, география, йәмғиәтте өйрәнеү, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, информатика фәндәре буйынса район һәм республика күләмендәге олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнашыусы була. Шулай уҡ Өфө дәүләт нефть техник университеты ойошторған дистанцион математика олимпиадаһында – беренсе, «ГеоПоиск» мәктәп академияһында икенсе ярындар яулай. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, информатика буйынса үткәрелгән төбәк-ара олимпиадала призер булып билдәләнә. 2025 уҡыу йылында яҙыусы һәм журналист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Хәйҙәр Тапаҡовтың исемле премияһына лайыҡ булды. Гимназияны алтын миҙалға тамамлаған.
Шулай уҡ ул волонтер булып эшләй, «Рәсәй мобиль отрядтары» йыйынында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тарафынан үткәрелгән «Хәүефһеҙлек мәктәбе» слетында ҡатнаша, ГТО нормаларын үтәү буйынса ла алтын миҙалға эйә булған ул. Әлеге мәлдә Өфө дәүләт нефть техник университетының «Нефть һәм газ ятҡылыҡтары геологияһы» факультетында ғәмәли геология һөнәрен үҙләштерә.

Алмас Солтанов.
Башҡорт гимназияһының алдынғы сығарылыш уҡыусыларының береһе. Күп һанлы грамоталар, «Уҡыуҙағы ҡаҙаныштары өсөн» Маҡтау ҡағыҙҙарына эйә.
Алмас «Урман хужалығы һәм урманды тергеҙеү» компетенцияһы буйынса Башҡортостан Республикаһының төбәк этабы чемпионатында призер булараҡ билдәләнә. Волга буйы округы мәктәп уҡыусылары араһында үткәрелгән интеллектуаль олимпиадала «Ижади мәсьәләләрҙе хәл итеү» номинацияһында еңеүсе була. Бер нисә йыл рәттән Бөтә Рәсәй олимпиадаһында математика буйынса еңеүсе була, шулай уҡ Гагарин кубогында юғары һөҙөмтә күрһәтә. «Беренселәр хәрәкәте»ндә әүҙем ҡатнаша, «Рәсәй мобиль отрядтары» йыйынында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тарафынан үткәрелгән «Хәүефһеҙлек мәктәбе» слетында ҡатнаша. Тағы ла шашка һәм шахмат буйынса күп тапҡыр еңеүсе һәм призер дәрәжәләрен ала. Өфө дәүләт нефть техник университетының «Информатика һәм иҫәпләү техникаһы» факультетында белем алып йөрөй.

Анжела Горшенина.
Алтын миҙалға эйә булыусы. Мәктәп йылдарында күп тапҡырҙар «Уҡыуҙағы ҡаҙаныштары өсөн» Маҡтау ҡағыҙҙарына эйә булған ҡыҙ төрлө ғилми-тикшеренеү эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. «Беренселәр хәрәкәте» ағзаһы булып тора, йәш ирекмәндәр сафына ла баҫҡан ул. Шулай уҡ «Рәсәй мобиль отрядтары» йыйынында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тарафынан үткәрелгән «Хәүефһеҙлек мәктәбе» слетында ҡатнаша.
Анжела әүҙем тормош позицияһына эйә ҡыҙ, үҙ фекерен яҡларға, үҙенең хаҡлы булыуын иҫбатларға әүәҫ. Сығарылыш уҡыусыһы бөтә предметтар буйынса ла ныҡлы белемгә эйә, тик бишле билдәләренә генә уҡый. Гуманитар, филология фәндәре менән айырыусы ҡыҙыҡһына. Бөгөн ул Өфө дәүләт нефть техник университетының «Халыҡ-ара һәм эске туризмды ойоштороу» факультеты студенты.

Ульяна Мамыкина.
Алтын миҙалға эйә булыусы гимназияның сығарылыш уҡыусыһы. Күп һанлы грамоталар, «Уҡыуҙағы ҡаҙаныштары өсөн» Маҡтау ҡағыҙҙарына эйә. Ул муниципаль, республика, төбәк-ара, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәрҙәге күп һанлы уңышлы һөҙөмтәләргә эйә.
Улар араһында Бөтә Рәсәй олимпиадаһында хоҡуҡ буйынса өс тапҡыр еңеп сыға, «Профессионалдар» чемпионатында төбәк этабы еңеүсеһе, көмөш миҙалға эйә булыусы булып иҫәпләнә. Башҡортостан Республикаһы чемпионатының «Урман ҡулланыу һәм урманды тергеҙеү инженерияһы» компетенцияһы буйынса төбәк этабында, «Урман ҡулланыу һәм урманды тергеҙеү инженерияһы» компетенцияһы буйынса чемпионаттың бөтә Рәсәй этабында еңеүсе һәм тағы ла әллә күпме еңеүҙәре бар уның.
Ижади эшкә һәләтле Ульяна фантазияға, идеяларға бай. «Беренселәр хәрәкәте»ндә әүҙем ҡатнашыусы йәш волонтёр, «Рәсәй мобиль отрядтары» йыйынында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тарафынан үткәрелгән «Хәүефһеҙлек мәктәбе» слетында ҡатнашыусы, ГТО нормаларын юғары кимәлдә тапшырыусы булып иҫәпләнә. Бөгөнгө көндә ул Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты, «Иҡтисади хәүефһеҙлекте тәьмин итеү» факультетында белем ала.

Айгүзәл Усманова.
Гимназияны көмөш миҙалға тамамлаған ҡыҙ Өфө дәүләт нефть техник университетының «Төҙөлөштә интеллектуаль системалар» факультетында белеп алып йөрөй.
Гимназияла уҡыған осорҙа Айгүзәл математика, информатика, физика, экология һәм әҙәбиәт буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадалары, шулай уҡ «Герой портреты» график эштәр конкурсы призеры була.
Ойоштороу һәләтенә эйә ҡыҙыҡай гимназияның ирекмәндәр ойошмаһы ағзаһы булып әүҙем эшләй. «Беренселәр хәрәкәте»ндә ҡатнашҡан һәм «Рәсәй мобиль отрядтары» йыйынында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тарафынан үткәрелгән «Хәүефһеҙлек мәктәбе» слетында ла үҙен һынаған.

Физәлиә Ҡотләхмәтова.
2025 йылда Ш.Бабич исемендәге гимназияны көмөш миҙалға тамамлаған. Бөгөнгө көндә Башҡорт дәүләт педагогия университетында биология һәм химия уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерә.
Гимназияла уҡыған йылдарҙа алдынғы уҡыусылар сафында булған Физәлиә бөтә гимназия сараларында, район һәм республика күләмендәге конкурс һәм ярыштарҙа, предмет олимпиадаларында уңыштар күрһәтә. Уҡыу алдынғыһы булараҡ бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Почет грамоталары менән бүләкләнгән.

Ильяс Ҡаҙаҡҡолов.
«Уҡыуҙағы ҡаҙаныштары өсөн» күп һанлы Маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнә һәм гимназияны уҡыуҙағы юғары уңыштары өсөн алтын миҙалға тамамлай.
Ильястың төрлө кимәлдәге сараларҙа ҡатнашып, район һәм республика олимпиадаларында алған призлы урындары бик күп. Үҙен һәр яҡлап үҫтерергә теләге булған егет тырышып уҡый һәм маҡсаттарына табан ышаныслы бара.
Бөгөн ул Ҡазан милли тикшеренеү технология университетының «Сәнәғәт фармацияһы» факультетында уҡый.

Евгений Кулагин.
Һәр яҡлап үҫешергә, үҙен төрлө йүнәлештә һынап ҡарарға теләгән Евгений яҡшы уҡыуы менән тиҫтерҙәре араһында айырылып тора.
Гимназияла уҡыған йылдарында ул төрлө предметтар буйынса олимпиадаларҙа ҡатнаша һәм юғары күрһәткестәргә ирешә. Әле ул Севастополь дәүләт университетының «Химик-технология» факультетында белем алып йөрөй.
Районыбыҙҙың тырыш студенттарына һайлаған һөнәрҙәрен алып, республикабыҙға кәрәкле кеше булып үҫешеүҙәрен теләйбеҙ! 

Үрнәк алырлыҡ йәштәребеҙ бар
Үрнәк алырлыҡ йәштәребеҙ бар
Үрнәк алырлыҡ йәштәребеҙ бар
Үрнәк алырлыҡ йәштәребеҙ бар
Үрнәк алырлыҡ йәштәребеҙ бар
Үрнәк алырлыҡ йәштәребеҙ бар
Автор: Ильфира Аккужина
Читайте нас