Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Февраль , 15:13

Конкурсҡа йомғаҡ яһалды

24 февралдә Ш. Бабич исемендәге Башҡорт гимназияһында Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылын, Башҡортостан Республикаһында ҙур һәм татыу ғаилә йылын асыуға һәм «Башҡортостан уҡытыусыһы – 2026» һәм «Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы педагогы – 2026» конкурстарына йомғаҡ яһауға арналған күләмле сара үтте.

Конкурсҡа йомғаҡ яһалды
Конкурсҡа йомғаҡ яһалды

Сара Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимндарын тыңлауҙан башланып ките. Шулай уҡ педагогтарҙың хеҙмәтенә бәйле булған балалар менән эшләүҙә һәм тәрбиә эшендә төп йүнәлештәргә алып барған патриотик видеороликтар ҡараны.


Артабан район хакимиәте башлығы урынбаҫары Илшат Рәшит улы Солтангәрәев һәм мәғариф бүлеге начальнигы Алһыу Салауат ҡыҙы Амакасова бөтә педагогтарҙы һөнәри оҫталыҡ конкурсының тамамланыуы менән ҡотланы. «Башҡортостан уҡытыусыһы – 2026» һәм «Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы педагогы – 2026» конкурстарының муниципаль этабы еңеүселәренә һәм ҡатнашыусыларына грамоталар, рәхмәт хаттары, шулай уҡ бүләктәр тапшырылды.


Шулай уҡ ауыл биләмәләре башлыҡтарынан ҡотлауҙар яңғыраны, улар белем биреү һәм тәрбиә бурыстарын хәл итеү өсөн райондың мәғариф системаһы эшмәкәрлегенең мөһимлеген һәм әһәмиәтен билдәләне. Тантаналы сарала рәхмәт хаттары, дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Был иғтибар педагогтарға уларҙың социаль әһәмиәтле хеҙмәте өсөн рәхмәт белдереү булды. Ә бындай бәйгеләрҙә ҡатнашыу шәхси үҫешкә һәм юғары наградаларға юл аса һәм мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәрен дәртләндерә, илһамландыра.


Педагог һәр кешенең тормошонда мөһим роль уйнай, һәм уларҙың хеҙмәте айырым таныуға лайыҡ. Бындай мәлдәр йылы һәм дуҫтарса мөхит булдыра, педагогик һөнәрҙең социаль әһәмиәтен билдәләй.

София СЕРКОВА фотоһы. 

Автор: Ильфира Аккужина
Читайте нас